“Саңғысы”
Ире вахтанан ҡатынына шылтырата:
– Тәүзихә, ҡара әле, тиҙ генә минең саңғыларҙы балконға алып сығып ҡуйсы!
– И-и, атаһы, ниңә улай ҡабаланаһың? – ти ҡатыны.
– Нисек инде ниңә? Иртәгә яҙ башлана, күршеләр: «Күр әле, Хәйбулла ҡыш буйы бер тапҡыр ҙа саңғыға баҫмаған, саңғылары әле лә шкаф артында ята!» – тип көлмәһендәр! Балконға сығарһаң – бөтәһе лә «ҡыш буйы шыуған» тип уйлар!
* * *
– Ҡатын-ҡыҙҙың хәтере үҙенсәлекле. Матурһың, тип йөҙ тапҡыр әйткәнде иҫләмәй, бер тапҡыр, һимеҙһең, тигәнде инде егерме йыл онотмай.
* * *
Ҡайһы берәүҙәр болотҡа оҡшаған. Юҡ булһалар, көн шунда уҡ ҡояшлыға әйләнә.
* * *
Яңғыҙ йәшәгән сағымда әйберҙәрем төрлө ерҙә туҙышып ятһа ла уларҙы эҙләп хитланғаным булманы. Өйләнгәс, барыһы ла тәртип менән таҫлап һалынған килеш тәғәйен урындарында ята – минең генә уларҙы эҙләп хәлем бөтә.
* * *
Кейәүгә сыҡҡас, ҡатын-ҡыҙҙар бик һиҙгергә әүерелә, улар хатта иренең карточкаһына аҡса килгән мәлде тоя.