+6 °С
Облачно
Еңеүгә - 80 йыл
Туҡтауһыҙ көләм
22 Апреля , 06:45

“Бер шиғыр ҙа ятлата алмаған инем...”

Беҙҙе уҡытҡан апай ҡыҙы менән кейәүендә йәшәгән сағы. Урыҫ теленән белем бирҙе ул беҙгә. Хәҙер мәрхүмә инде. Ҡыҙы Ҡөръән мәжлесенә саҡырҙы. Барып кергәс тә апа эргәһенә индем, хәл-әхүәл белешкәс, өҫтәл артына сығып ултырҙыҡ. Әҙерәк вәғәзләп алғас, ҡөръән аяттары уҡып, доғалар ҡылдым. Шунан саҙаҡа өләштеләр. Аҙаҡ аш ултырттылар. Ашҡа доға ҡылдым да, рәхмәттәр әйтеп, ҡуҙғала башланым. Ҡыҙы минең ҡуҙғалыуымды күреп: —Хәҙрәт, көтөп тор әле!- тип, күстәнәс йыя башланы.

“Бер шиғыр ҙа ятлата алмаған инем...”“Бер шиғыр ҙа ятлата алмаған инем...”
“Бер шиғыр ҙа ятлата алмаған инем...”

Ишек төбөндә аяҡ кейемен кейҙем дә, баҫып көтөп торам. Бер-аҙ ваҡыттан туҡ-туҡ атлап ҡыҙы ишек төбөнә түр яҡтан килеп сығып етмәҫтән, рәхәтләндереп, ихлас шарҡылдап көлөп ебәрҙе лә:
—Уф, мынауы инәйемде — тине.
Мин аптырап, ниңә көлгәнен аңлай алмай торам.

—Нейә? Нәмә булды?-тип, ғәжәпләнеүемә, ул:
—Эй, ошо инәйем, әйтһә әйтә лә ҡуя. Мынау Вилданды күпме уҡыттым, бер генә лә шиғыр ятлата алмаған инем. Шул тиклем Ҡөръән сүрәләрен ни хәл ятланы икән ул? — тип әйтә, инәйем, тип көлөшә башланыҡ.

Вилдан Хәсәнов.

Автор:
Читайте нас