+11 °С
Облачно
Еңеүгә - 80 йыл
Туҡтауһыҙ көләм
28 Апреля , 08:25

Үтә лә хисле гәпләшеү

(Миләүшә мажаралары) Ял көндәре Тәлғәттәрҙә йәшәп торҙом. Минең дежурствам булды. Беләһегеҙ бит инде, килен әле роддомдан сыҡмаған, аталары вахтанан ҡайтмаған. Өс бала үҙҙәре генә донъя көтөп ята, кем буш шул барып йәшәп тора яндарында.  Мине балалар һағайып ҡына ҡаршы алды. Салауат сразы: “Уҡымайбыҙ, дәрес әҙерләмәйбеҙ, беҙҙең каникул” тип ҡуйҙы. Тәлғәт телевизорға һәм телефонға праваларын белдерҙе. Мин зато уларға тихий час индерҙем. Аҙыраҡ эләгешеп алдыҡ, но еңдем. Тихий час йоҡлаһағыҙ бассейнға рөхсәт итәм, тигәйнем, аҙыраҡ уйлап алдылар ҙа, ярай, тинеләр. Һәм, әлбиттә, йоҡламанылар. Тәлғәт ун минут һайын “булдымы-булдымы” тип килде лә сыҡты, Салауат атинәһен һағынып балауыҙ һыҡты, ныҡ йомшаҡ күңелле бала. Беби-Сараға ғына артыҡ бер нәмә лә кәрәкмәй, сәсен матурлап үреп, байрам күлдәге кейҙерһәң күңеле була ла ҡуя, көҙгөләге үҙенә һоҡланып, үҙе менән үҙе һөйләшеп уйнап тик йөрөй

Үтә лә хисле гәпләшеүҮтә лә хисле гәпләшеү
Үтә лә хисле гәпләшеү

Һалма ҡырҡып киптерә һалдым да, ит бешкәнсе тип өҫтә йыйыштырып йөрөһәм, бер нәмә даһыр-доһор итте. Төшһәм Тәлғәт иҙәндән һалма йыйып йөрөй😑. Өҫтәлдә торған туҡмас таҡтаһын ни ғиллә менән ҡолатып төшөргәндер инде – аңлата алманы. Мин дә әрләп торманым, ошоно вис үҙегеҙ ашайһығыҙ, тинем. Мин быны яңғыҙым ашап бөтә алмайым, Салауат та ашашһын, ти. Сей көйө ашарға ҡуша икән тип уйлай инде. Өрөп-өрөп йыйып алдылар ҙа, ашта йыпырҙылар былай.

 

💥Бесәй менән проблема булды. Эт ялҡауы, уҫлаптай бер ата бесәй. Ике ҡат араһындағы баҫҡыста һуҙылып ята, ҡыбырлап юл да бирмәй. “Что за обнаглевшая морда?” тинем тегенең тәртибен аҙыраҡ күҙәткәс һәм теүәлите-табағы менән верандаға ҡыуып сығарҙым. Теге наглый бәлә һалып, күрше-тирәне аптыратып, яу һалып мыяулап өй тирәләй йөрөй ишшеү. Сығып һепертке менән “һыйпап” ебәрҙем аҙыраҡ. Быны малайҙар оҡшатманы, “жестокое обращение с животными” тигән темаға минең менән һөйләшеү үткәрҙе. Шелтәләрен вис ҡабул иттем, балаларҙы маҡтаным, әммә бесәйҙе индермәнем. Урамда йәй, саф һауа һулап, аҙыраҡ тормош тураһында уйланып йөрөп алһын әле, тинем. Әммә көнө-төнө шул бесәй темаһына һүҙ көрәштерҙек, балалар мине "101 дальматинцев"тағы главный антагонист Стервеллаға әйләнеп китеү хәүефе менән ҡурҡытты🙄.

 

--Әйҙә вечеринка үткәрәйек, пусть Афигеют😳, — тине бер көн Тәлғәт.
--Кем афигеет һуң?
--Бөтәһе лә!
Как раз Ҡара батырҙар сәйгә саҡырғайны, шуның бүлмәһендә вечеринка яһап алдыҡ. Ҡысҡыртып музыка ҡуйҙыҡ һәм Тәлғәт охранник булып торҙо (уның сценарийы буйынса). Эстә Салауат машиналар отоу буйынса аңлашылып етмәгән бер уйын ойошторҙо. Сараға ҡатнашыу тыйыла, Ҡара батырҙы, уйынды боҙа тип, “охрана” ваще индермәҫкә хәл итте🙊. Отошта мин, Салауат һәм “охранник” ҡатнаша ла, ни эшләптер гел мин в дураках ҡалам. Ахырҙа, музыканан баш ҡаңғырҙы, мин тегеләргә бурыслы булып ҡалдым һәм, ярай әле, Ҡара батыр яу менән килеп инеп вечеринкабыҙҙы туҙҙырҙы. А то был малайҙар мине “говорящий конь” мультигындағы һымаҡ сәпсим түләүгә ултыртырҙар ине🙉.

 

💥Сәй артында ла, урамда ҡыҙынып ятҡанда ла, йоҡлар алдынан да туҡтауһыҙ һөйләшеүҙәр барҙы. Детская непосредственность тигән нәмә шул тиклем һоҡланғыс бит ул! Бер ниндәй яһалмалыҡ, хәйләләшеү юҡ. Ошондай мөхиттә йәшәп ҡалыу, булып алыу мәле менән ләззәтләндем.

 

--Әгәр һин беременный булһаң😶 һәм пиво эсһәң😯, һинең балаңдың йөрәге ауырта, бите ҡыйыш була һәм Аллах һине наказать итә, - тип һөйләй Тәлғәт.
Мин:
--.... ыы...🥺

 

--Һин Лилиә апайҙың әсәһеме ул? – тип һорай Салауат ята торғас.
--Эйе.
--Һин инәй, бабушка или әбей?
--Нисек уйлайһың һуң? – тим.
--Әбей булһа ул йүгерә алмай, — тип һүҙгә ҡушыла Тәлғәт. – Давай, йүгереп ҡара😨.
--Мин, вообще то, йоҡларға ятҡанмын.
--Тогда иртәгә футбол уйнағанда йүгереп күрһәтерһең.
--Шунан йүгерә алһам кем булам?
--Инәй, наверно.
--Инәй нисек була һуң? Ҡарт или йәш?
--Ну-у... әҙерәк... немножко... һинең һымаҡ, — тип алтын урталыҡты таба Салауат.
--Әгәр һин скоростной поезда китеп барһаң, өҫтөңдән скоростной самолет осоп барһа, шунда нисек ултырып китәлаң😒? – тип хәбәрҙе тиҙ генә икенсегә күсерә Тәлғәт.
--Белмәйем шул, бер ҙә улайтып ҡарағаным юҡ. Ә һин?
--Мин тиҙ генә ошонда йәбешәм дә (ҡулы менән күрһәтә), ошонда һикереп менәм дә, ошонда тотонам да, самолет баш осома килеп етһә генә һикерәм дә, ҡанатына баҫам да инәм.
--Самолеттың ишеге эстән бикле булмаймы ни?
--Минең асҡысым була.
--Ясны... Минең асҡыс юҡ шул😒.
--Әгәр һин диңгеҙҙә китеп барһаң, һиңә акулалар нападать итһә һин нимешләйһең?
--Диңгеҙҙә нимәлә?
--Кораблдә. Юҡ, кәмәлә!
--Ә нимә эшләргә кәрәк?
--Иттәр ташлап-ташлап барып акулаларҙы бер остров эргәһенә заманить итергә кәрәк тә, унан бер таштан икенсеһенә тиҙ генә йөҙөп барырға кәрәк тә, шунан... Шунан һин акулаға нимә менән аталар икәнде беләңме?
--Юҡ.
--Акулаға углексилый газ тултырылған патрон менән аталар.
--Ыыы... Әйҙә, йоҡлағыҙ.
--Хәҙер. Ошоно ғына әйт тә. Айыу менән крокодил һуғышһа кем еңә?
--Айыу.
--Нисек еңә?
--Ну, Тәлғәт!
--Ә һин нимә тип мечтать итәң?
--Мин... – тик яуабымды көтөп торған кеше юҡ.
--Ә мин Арабские Эмиратыға барырға хыялланам.
--Унда нимешләйһең һуң?
--Ике дөйә алам да, шуларҙы сүллеккә алып сығып ярыштырып ҡарайым😏.
--Ә һин, Салауат?
--Мин тиҙерәк әсәй ҡайтһын тип хыялланам😢, — тип илап та ебәрә уныһы😭.
Шулайтып, гәпләшеү үтә хисле үә нескә нөктәлә тамамлана.

Фото Миләүшә Ҡаһарманованың битләүенән.

 

Автор:
Читайте нас