+11 °С
Облачно
Еңеүгә - 80 йыл
Туҡтауһыҙ көләм
28 Апреля , 08:05

“Һөйәһеңме?” тигән смс килһә – аптырамағыҙ

(Миләүшә мажаралары) Үткәндә МАХ-тан бер ссылкаға үтеп, бөтә донъям блокироваться итеп, аҙнанан ашыу бәйләнешһеҙ йөрөлгәйне. Шунан һуң барыһын яңынан ҡуйҙырҙым, башҡорт шрифтын тоже. Яңы шрифт программаһы ғәләмәт булды бит. Т9 һымаҡ, аңғармай ҡалһаң нимә теләй шуны яҙа ла ебәрә, түкә башҡортса. Ҡырҡ кире ҡайтып төҙәтер кәрәк икән. Минең кеүек иғтибарһыҙ алабарман кешене бер төрлө итә генә. Юлда барам, туғаным яҙа. “Юлда” тип смс ырғыттым. Бер арауыҡтан был шылтырата ла шылтырата. Алһам “Беҙ килгәйнек, асмайһың” ти. “Бәтәш, мин Инйәрҙә торам” тиһәм, “Ялда" тип яҙҙы ла...” тип үпкәләй. Аңлат шуларға телефон үҙе яҙа, тип

“Һөйәһеңме?” тигән смс килһә – аптырамағыҙ“Һөйәһеңме?” тигән смс килһә – аптырамағыҙ
“Һөйәһеңме?” тигән смс килһә – аптырамағыҙ

Заочно ғына таныш булған берәүҙәр буҙа һораны ла, ял көнө булғас өйҙә булһындар тип, иҫкәртеп сыҡтым. “30 минуттан булам. Сыҡтым” тип яҙҙым. Барһам, былар үлтереп өйгә инергә ҡыҫтай. “Юҡ, рәхмәт, инмәйем” тим. Һәр береһенә инеп йөрөп булмай бит инде. “Аш йылытҡайным, атыу һауытҡа һалып бирәйемме икән” тип ыуалана хужабикә. “Нишәп?” тим аптырап. “Асыҡтым” тип яҙған инегеҙ бит” тимәһенме. “Ыста...” тип телефонды алып ҡараһам... ысынлап. “Сыҡтым” тигәнде “асыҡтым” тип үҙ белдеге менән ебәргән ҡоромағыр телефон. Рәхәтләнеп көлдөк шунда тороп. Барыбер ихлас ул беҙҙә халыҡ, һалып ебәрәйем тип тороуҙарын әйт әле.

Дальше еще хлеще. Бер билдәле үә хөрмәтле актерға буҙа апарам. Гел күпләп ала, “ятып эсәләр” ғаиләһе менән. Буҙаны инде! Минән йәш кеше, “һин” тип һөйләшәбеҙ. Яҙам тегегә: “Өйҙәһеңме?” Күҙ алдында “һөйәһеңме”гә әйләнә лә оса. Удаляю. Кире яҙам. И әпәт находу “һөйәһеңме?". Удаляю яҙғанымды. Өс тапҡыр яҙҙым и өсөһөндә лә шулай. Ахырҙа, “Дома?” тип ҡуйҙым. Барһам был көлә (әртис әртис инде, элеп алып тора): “Ну, апай, йөрәкте өлпөлдәттең бит!” – ти. “Ҡуй инде, мынау нишана телефон” тим инде, ҡалайтайым. (Шрифт ҡуйып биргән Илгиз Ишбулатовҡа шылтыратып һөйләп алдым инде, был нимә ул, тип).

“Девчата” фильмында Тосяның сталауайынан сыға алмай ултырған Ильянан берәү һорай бит:
– Любишь?
– Кого?
– Гречку!
Шундағы кеүек, әгәр минән “Һөйәһеңме?” тигән смс килһә – аптырамағыҙ. Буҙаны тип аңлағыҙ.

Миләүшә Ҡаһарманованың битләүенән.

Автор:
Читайте нас