

Ул арала обед етте, тиҙ генә сәй эсәһе, һөт әсемәҫ борон ҡаймаҡ итеп алаһы. Кәртәнән күкәй йыяһы, ҡыяр тоҙлайһы ла бар, помидоры һытылып бара, уны йыйып алаһы. Ул арала көтөү ҡайтты, һыйыр ҡайтты баҡырып. Әбей сапты күнәк тотоп, быҙау менән һуғышып. Эй, рәхәт шул ауылымда, һөт тә буш, ҡаймаҡ та буш, тауыҡ йәшергән күкәй тапһаң, уныһы инде бик тә хуп! Ауылда - полный коммунизм, эшкә барыу кәрәкмәй, пенсияңды алып торһаң, инде тағы ни етмәй?! Рәсәй сығарҙы ожмахҡа, совет власын бөтөрөп, күккә ҡарап тик ятабыҙ, хоҙайға өмөт итеп. Колхоздың типтек артына, мәсеттәр төҙөп алдыҡ, ауыл халҡы шулай итеп, теләнсе булып ҡалдыҡ.
Ауылдағы тағы ниндәй эштәр төшөп ҡалған текста? Ҡышҡы эштәр! Өҫтәйек әле, дауай.
Фото: gagaru.club
https://tamasha-rb.ru/articles/common_material/2026-01-18/ey-r-h-t-auylda-4541156?ysclid=mpgjed93ll373433290