+14 °С
Облачно
Туҡтауһыҙ көләм
16 Сентября , 06:20

Сараһын тапҡан

Күрше ауылда Солтанғәле тигән ағайҙың бысып, ярып, өйөп ҡуйған утынын ҡайһылыр күршеһе юҡ-юҡта урлап яға икән. Был кем икәнен белмәй. Асығын белмәгәс, барып бәйләнеп бул­май бит инде. Көндәр һалҡынайтып, ағасы ныҡ кәмей баш­лағас, был хәйлә ҡора: утындың бер нисәһен тишә лә эсенә тыңҡыслап дары һалып, сөйләп ҡуя. Бер көндө уғры күршеһенең мейесе шартлап ярыла. Шунан бирле утынға тейгән кеше булманы, тип һөйләне ағай. Х. ӘМИКӘСЕВ.

Добавить в предпочтительные источники Google
Сараһын тапҡанСараһын тапҡан
Сараһын тапҡан
Өтөр
 
Беҙҙә бесәнде үҙ малдарына ла, дөйөм хужа­лыҡҡа ла ҡуна ятып әҙерләйҙәр. Ашарға аҙыҡ-түлек бөтә башлаһа, һәр кем өйөнә нимә кәрәклеге тураһында хат яҙа ла, берәүҙе ауылға ҡайтаралар.
Шунда берәү хат яҙған: “Шәкәр, сәй, икмәк, тәмәке, һалма...” Ҡатыны һорағандарын ебәргән, ләкин тәмәке һалмаған. Ире ҡайтҡас, былай тип туҙына икән: “Оятҡа ҡалып бөттөм, тәмәкене онотҡанһың!” Ҡатыны иһә: “Аһ-аһ, үҙең шәкәр, сәй, икмәк, тә­мә­­ке һалма, тигәнһең бит”, — тип аптырай, ти. Беҙҙең яҡта туҡмасты “һалма” тип атайҙар.
Бына шулай, ҡатыны өтөргә иғтибар итмәгәс, бабай тәмәкеһеҙ ҡала.

К. ВӘЛИЕВА.
Автор:
Читайте нас