– Беләһеңме, мин күптән түгел ябай бер нәмәне аңланым: һиңә нисә йәш булыуы мөһим түгел, осоп үтеп барыусы самолет геүләүен ишеткәс, һин барыбер күккә ҡарайһың.
Бөтә йондоҙҙарҙы ла йыһанға ебәрергә ине, ер яҡтырып ҡалыр ине.
Баҡтиһәң, электроника һатыусылар көн һайын тиерлек үҙҙәренә телевизор, компьютер, һанлы камера һәм DBD-уйнатҡыстарҙың яңы моделдәрен һатып ала икән.
Сантехника һатыусылар үҙҙәренең смеситель, ванна һәм унитаздарын даими алмаштыра.
Ә медицина препараттары һатыусыларҙың бөтә туған-тыумасалары һәм күршеләре – ауырыу.
– Ишеттеңме, балет театры артисын сәхнәлә икенсе бейеүсе менән бәрелешкәс, дауаханаға һалғандар.
– Мин ундағы сәхнәгә юл хәрәкәттәре ҡағиҙәләрен индерергә кәрәк тип әллә ҡасан әйттем.
Самолет кабинаһы ишеге асыла.
– Хәйерле көн, әфәнделәр һәм ханымдар! Мин ошо самолеттың икенсе пилоты. Беҙҙең беренсе пилоттың ҡайҙа икәнен берәйегеҙ белмәйме?
Атаһынан лицейҙарҙы элек ПТУ тип йөрөткәндәрен белгәс, Ирек иншаһында “Пушкин алты йыл ваҡытын Царскосельский ПТУ-ыһында үткәргән” тип яҙған.
Ятаҡҡа ҡайтҡас, студент ҡыҙ бүлмәләшенең илап шешенеп бөткәнен күрә.
– Ни булды, ниңә илайһың?
– Беләһеңме, мин атай менән әсәйҙән компьютер алырға аҡса һорағайным.
– Унан да яманыраҡ! Компьютер ебәргәндәр.
Парикмахер булып эшләүсе ҡыҙ менән осрашыуыма өс йыл. Сәсемде алдырырға икенсе парикмахерға йөрөйөм.
Иртән йүгерә башларға булдым әле, ләкин көҙ тубыҡтан бысраҡ, ҡыш һалҡын битте семетә, яҙ еүеш, йәй түҙеп торғоһоҙ эҫе.
– Официант, ҡәһүә һалҡын.
– Мине иҫкәрткәнегеҙ өсөн ҙур рәхмәт! Һалҡын ҡәһүә ун һумға ҡиммәтерәк.
–Доктор, һул ҡолағым насар ишетә.
– Нимә, минең һул ҡолағым уңынан ҡартыраҡмы ни?!
Студенттар фән гранитын кимерә, ә уҡытыусылдар уны уларға сәйнәп бирә.
– Бала табыу йортона. Ул ҡәҙәр ҡыумаһағыҙ ҙа була, мин унда эшләйем.
– Миңә һөтлө ҡәһүә төҫөндәге костюм тегегеҙ.
– Шәкәр менәнме, әллә шәкәрһеҙме?
– Этегеҙҙе тыйығыҙ! Кисә ул олой башлағас, ҡыҙым йыр дәресен туҡтатырға мәжбүр булды.
– Ғәфү ит, күрше, ләкин ҡыҙың беренсе булып йырлай башланы.
– Ҡотлайым! Ҡатының нисек?
– Ярай, автобусты ашығыбыраҡ көтөрмөн.