+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңы "Һәнәк"!
13 Август 2019, 12:58

Рәсәйҙә бизнес менән шөғөлләнеүҙең алтын ҡағиҙәләре

*Ни генә булмаһын, хаҡты күтәр. *Һәр ваҡыт эш менән таныш бул, бигерәк тә долларҙы күҙәтергә онотма. Доллар 20 процентҡа күтәрелһә – хаҡтарҙы ике тапҡырға күтәр. Доллар 20 процентҡа түбәнәйһә – хаҡтарҙы өс тапҡырға арттыр.

*Ни генә булмаһын, хаҡты күтәр.
*Һәр ваҡыт эш менән таныш бул, бигерәк тә долларҙы күҙәтергә онотма. Доллар 20 процентҡа күтәрелһә – хаҡтарҙы ике тапҡырға күтәр. Доллар 20 процентҡа түбәнәйһә – хаҡтарҙы өс тапҡырға арттыр.
*Нефть хаҡтарынан күҙ яҙлыҡтырма: ул артһа, тимәк, тиҙҙән бензин да ҡиммәтләнәсәк. Үҙ хаҡтарыңды күтәрергә әҙер бул. Нефть хаҡы төшһә, тимәк, тиҙҙән бензин да ҡиммәтләнәсәк – хаҡты бөгөн үк арттыр.
*Штраф һалһалар, хаҡтарҙы күтәр. Зыянды ҡапларға аҡса кәрәк тә баһа!
*Табыш алһаң, хаҡтарҙы күтәр – хәҙер һинең фирмаң абруйлы!
*Барыһы ла һәйбәт булһа, сауҙа гөрләһә, килем көн дә артһа, һин, ниһайәт, отпускыға китә алаһың... Тик ялға китер алдынан хаҡтарҙы күтәрергә онотма. Донъя хәлен белеп булмай, һин ял иткән арала ни генә булмаҫ...
Читайте нас: