+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңы "Һәнәк"!
15 Октябрь 2020, 14:30

“ҺӘНӘК” ЖУРНАЛЫНЫҢ 10-сы ҺАНЫНА КҮҘӘТЕҮ.

Салауат ӘБҮЗӘР БАҘАР.И-и-и, Хоҙайҙың йомартлығы! –Ҡарап, ҡамаша күҙең:Ул әфлисун, ул мандарин,Ул хөрмә, өрөк, йөҙөм...

“ҺӘНӘК” ЖУРНАЛЫНЫҢ 10-сы ҺАНЫНА КҮҘӘТЕҮ.
Салауат ӘБҮЗӘР
БАҘАР.
И-и-и, Хоҙайҙың йомартлығы! –
Ҡарап, ҡамаша күҙең:
Ул әфлисун, ул мандарин,
Ул хөрмә, өрөк, йөҙөм...
Тағы әллә ниндәй төрө, –
Телдәреңде йотмалы!
Ожмах үҙе көнләшерлек
Бындағы донъя малы.
Гөрләп торған баҙар буйлап,
Һоҡланып китеп барам:
И-и-и, Хоҙайҙың йомартлығы! –
Аҡсаға ғына һаран...
Ялғандың аяғы ҡыҫҡа!
Июнь һәм июль айҙарында республика полицияһы бүлектәренә мутлашыу тураһында бер нисә ғариза килә. Ғаризаларҙы анализлағас, енәйәтте тикшереү бүлеге хеҙмәткәрҙәре уларҙың ике тамсы һыу кеүек бер-береһенә оҡшаш булыуын асыҡлай. Ҡағиҙә булараҡ, зыян күреүсе баҙар хаҡынан арзаныраҡ һыуытҡыс йәки телевизор һатыу хаҡындағы иғланға юлыға һәм ташламаға ризалаша. Һатыусы, тауарҙы ебәрҙем, ти. Һүҙҙәрен раҫлау өсөн фотоһүрәт күрһәтә, һуңынан асыҡланыуынса, улар ялған квитанциялар булып сыға. Бынан һуң һатып алыусы аҡса ебәрә, ләкин хаҡы түләнгән көнкүреш техникаһын ала алмай. Бөгөнгә республикала зыян күреүсе ошондай һигеҙ кеше иҫәпләнә.
Артабанғы тикшереү барышында полицейскийҙарҙың, Башҡортостанда интерет аша алдаҡсы эш итә, тигән фаразы раҫлана. Шик төшкән кешенең Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәүе асыҡлана. Егет башта ишекте асмаҫҡа маташа (ҡурҡҡандыр инде, күрәһең), ныҡышмалы әңгәмәнән һуң ул полицейскийҙарҙы фатирға индерә. Һөҙөмтәлә ишек ватылмай ҡала.
“Авито” һәм “Юла” сайттарында алыҫтан тороп ҡылған мутлыҡтары өсөн әсәһе менән йәшәгән 21 йәшлек егет ҡулға алына. Фатирҙа бер нисә кеҫә телефоны, сим-карталар, банк карталары, компьютер һәм роутер табыла.
Егет нисек мутлашҡан һуң? Ул әсәһенең һыуытҡысы һәм телевизорының һүрәттәрен эшләй. Иғландарҙы түләүһеҙ сайттарға урынлаштыра. Һатып алыусы табылыу менән, егет үҙе күрһәткән счетҡа аҡса күсереүҙе талап итә. Намыҫлы эшҡыуар булыуын раҫлар өсөн транспорт компанияларының ялған квитанцияларын ебәрә. Әгәр инде ышанмаһалар, ныҡыш егет тир түкмәйенсә аҡса табыуҙың икенсе юлын һайлай. Ул адресы транспорт компанияһының сайтына оҡшаш фейк-битте, йәғни икенсе кеше исеменән булдырылған аккаунтты, файҙалана. Килешеүгә ышаныусылар күрһәтелгән адресҡа аҡса күсерә. Ул егеттең иҫәбенә күсә.
Ялғандың аяғы ҡыҫҡа, тип халыҡ белмәй әйтмәй икән.
БЫЛ ЮЛЫ “ҺӘНӘК”ТӘ БАЛАЛАР ӨСӨН ОНОТҠАНДА БЕР ДОНЪЯ КҮРӘ ТОРҒАН “СӘНСКӘК” БИТЕ ЛӘ БАР.
“Патрондар бөттө”
Һәнәк. Бөгөн ағайымдың улы Зәйнетдин менән троллейбуста китеп барабыҙ. Ҡустым, ғәҙәттәгесә, уйға батҡан. Тәҙрәгә ҡарай, бармағын быялала йөрөтә, нимә тураһындалыр уйлана. Мин эргәһендә ултырам, китап уҡыйым. Көтмәгәндә салон башында ултырған ҡатындың телефоны шылтыраны. Ул трубканы алды ла, ике секунд тыңлағас, ҡысҡырҙы:
– Да-да-да-да-да! Да-да-да-да-да-да! Да-да-да-да-да-да-да!
Троллейбус бара. Мин уҡырға тырышам. Зәйнетдин элеккесә тыныс ҡына бармағын быялала йөрөтә. Ҡатын туҡтауһыҙ трубкаға бытырлай:
– Да-да-да! Да-да-да-да-да-да!
Әкрен генә әңгәмәләшкән пассажирҙар тынып ҡалды, китаптарынан һәм телефондарынан айырылдылар. Теге ҡатынға ҡарайҙар. Уның ҡасан һөйләшеп бөткәнен көтәләр.
– Да-да-да! – Ҡатын ҡысҡырыуын дауам итә. – Да-да-да-да!
Беҙ ике туҡталыш буйы өҙлөкһөҙ яңғыраған “Да-да-да-да-да-да!” аҫтында барҙыҡ. Ҡатын ҡапыл ҡылансыҡланып: “Ах-ха!” – тине лә, телефонын һүндереп, тынып ҡалды.
Салонда сәйер тынлыҡ урынлашты. Ошо тынлыҡта Зәйнетдин үҙ шөғөлөнән айырылмайынса һәм тәҙрәгә ҡарап, томһа ғына:
– Аллаға шөкөр, пулемет таҫмаһында патрондар бөттө! – тине.
Беҙҙең яндағы пассажирҙар йөрәгенә йәбеште. Бәлки, ҡустыма иҫкәрмә яһарға кәрәк булғандыр? Әммә телем әйләнмәне. Үҙем иһә әҙәпһеҙ аҡырып көлдөм.
ҺӘНӘК КӨЛӘМӘСТӘРЕ.
Һәнәк.
* * *
– Һеҙҙең тәүге дүрт ирегеҙ бәшмәк менән ағыуланған, бишенсеһе баҫҡыстан йығылған. Быны нисек аңлатаһығыҙ?
– Бишенсеһе бәшмәк яратманы.
* * *
Ир:
– Һин көнө буйы өйҙә булдың, ни өсөн һаман донъяны йыйыштырманың?
Ҡатын:
– Һин көнө буйы эшләнең, ни өсөн беҙ һаман да бай түгелбеҙ?
* * *
Уҡытыусылар көнө менән ҡотларға кеше ҡалдымы әле? Әллә бөтәгеҙ ҙә бизнесҡа китеп бөттөгөҙмө?
* * *
– Уның фирмаһында 100 мең кеше эшләй, тип һөйләйҙәр.
– Умартаһы бар. Бал ҡорттары тота.
* * *
Һәр кемдә интернет бар! Хәҙер кухняға һөйрәлеп барып, сәйнүкте ҡабыҙырға кәрәкмәй. Скайп аша был хаҡта ҡатыныңдан үтенеү ҙә етә...
* * *
Күршеләремде нығыраҡ белгән һайын, ҡойманы бейегерәк ҡуйғым килә.
* * *
– Ниңә дарыуыңды эсмәйһең?
– Ул тәмһеҙ.
– Ә һин дарыу эскәндә коньяк икән тип уйла.
– Мин лутсы дарыу тип коньяк эсәм.
* * *
– Нимә эшләйһең?
– Футбол ҡарайым.
– Иҫәп?
– Алты шешә һыра.
* * *
– Мин шәмбелә туйға барам. Белһәң икән, барғым килмәй.
– Барғың килмәгәс, барма ла ҡуй, кем һине көсләй?
– Һуң мин кейәү ҙә баһа!
* * *
Поезда өҫкө кәштәлә ир ята. Аяҡтарын һәлендергән – нәскиҙәренән еҫ килә. Аҫҡы ҡаттағы ҡатын:
– Һеҙ нәскиҙәрегеҙҙе алыштыраһығыҙмы? – тип һорай.
– Алыштырам, тик араҡыға.
* * *
– Ейәнкәйем, мин һинең алма төшөрөлгән тимер пластинкаңды шкаф аяғы аҫтына ҡуйҙым. Һелкенеп тормаһын өсөн...
– Ярай, өлә... Нимә? Нимә? Нимә? Айфон!!
* * *
Ике айыу өңөнә ҡайта. Атай-айыу үҙенең буш тәрилкәһен күргәс:
– Кем минең ҙур тәрилкәнән ашаны? – тип ҡысҡыра. – Етмәһә, ҡалдырмаған?
Малай-айыу үҙенең буш тәрилкәһенә ҡарап илай:
– Кем минең бәләкәй тәрилкәнән ашаны? Етмәһә, ҡалдырмаған!
– Иҫәрҙәр, ниңә аҡыраһығыҙ? Мин һеҙҙең тәрилкәләрегеҙгә бер нәмә лә һалманым бит әле, – тигән әсәй-айыу.
* * *
– Әйҙә ултырғыстарҙы тәҙрәнән ырғытабыҙ.
– Ниңә?
– Ҡыҙыҡ та баһа.
– Ә нимәгә ултырырбыҙ?
– Нисек нимәгә? Әфйүнгә.
* * *
Ҡыйыу егеттәр һәм ир-аттар, һеҙ ҡайҙа? Тағы ла бер көнөм макияж менән булашып бушҡа үтте.
* * *
Әсәйем шылтырата:
– Фатирыңа инеп сыҡтым. Һиңә кофта алып килдем. Өләсәйең менән бәйләнек, шундай матур килеп сыҡты, ул сүп-сар биҙрәһендә.
– ??!!!
– Мин һиңә сүп-сар биҙрәһе лә алдым, үҙең һорағайның бит.
* * *
Магазинда.
– Был ботинкаларҙың гарантияһы бармы?
– Әлбиттә, бар.
– Нисәү?
– Өс йөҙ тибеү.
* * *
– Улым, һаман йоҡлайһыңмы ни әле? “Тор!” – тип һиңә күпме әйтергә була? Ана, әрмелә “Рота, подъем!” тигән команда һәм биш секундтан һуң барыһы ла зарядкаға йүгерә.
– Нимә, трусиктарҙамы ни?
Күҙәтеүҙе Факил МЫРҘАҠАЕВ әҙерләне.
Журналдың биҙәлеш мөхәррире һәм тышлыҡтың авторы – Артур Василов.
------------
Дуҫтар! Ошондай заманса, ҡыҙыҡлы һәм үҙенсәлекле әҫәрҙәрҙе көн һайын уҡып барырға теләһәгеҙ, беҙҙең төркөмгә ҡушылығыҙ: "Һәнәк" журналы, журнал "Вилы"
Читайте нас: