+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңы "Һәнәк"!
5 Февраль 2022, 15:05

Кәкре ҡайынды терәтеп

“Исмаһам, бөгөн йөрөмәһәм ни булған?! Яңы йылды ҡаршы алырға ла күп ҡалманы. Йүнле ирҙәр ана, әллә ҡасандан байрам итәләр. Ә һин ултыр инде ошонда, кәкре ҡайынды терәтеп, йүнһеҙ!” – Әкрәм трактор кабинаһынан тәрән көрткә һикерҙе.

Кәкре ҡайынды терәтеп
Кәкре ҡайынды терәтеп

31 декабрь көнө лесник-маҙар ҙа осрамаҫ тип, кискә ҡарай ғына урманға сығып киткәйне ул. Утын алырға кәрәкле билетының ваҡыты уҙып, Яңы йыл алдынан уны оҙайтып өлгөрмәгәйне. Бөгөн алып ҡайтып, ял көндәрендә турап-ярһа, һатыр өсөн ике-өс машиналыҡ утын булыр ине. Булыр ине лә бит, һатыр ине лә. Бынау тәрән үҙәкте менеп килгәндә тракторы ҡырын тайып, ҡабырғаһы менән кәкре ҡайынға терәлеп тормаһа. Ағастың иң бөкөрө урыны артҡы тәгәрмәс менән кабина араһына инеп китте хатта. Һөйрәп килгән өс ҡайын хылысын ысҡындырып, рулен тегеләй-былай борғослап ҡараны - юҡ, ҡыҫылған тәгәрмәс ҡымшанманы ла.
Был әсирлектән тик бер генә ҡотолоу юлы бар ине – ҡайынды бысып йығырға. Тик нимә менән? Хәйерсегә ел ҡаршы тигәндәй, бысҡыһы эшлектән сыҡты. Һуңғы хылысты ботап та өлгөрмәне, бысҡыһы һүнде – ҡабат ҡабынманы. Рәхәткә күсте хәҙер урмансылар, бөтә эште шуның менән башҡаралар. Балта ла алып йөрөмәйҙәр. Бына хәҙер кәрәге тейер ине балтаның!
Ниндәйҙер тауыш ишетеп, фонарик менән юлын яҡтыртты: унда кемдер килә! Ура! Ирҙең күңеленә йылы йүгерһә лә, ул тракторынан төшөргә ашыҡманы.
– Эләктең бит, әй, сөтәки! Күпме урҙашырға була, барыбер тоттом үҙеңде! – Килеүсе әҙәм күрше ауылда йәшәүсе лесник Рауил ине.
– Кем урҙаша?! – Әкрәм ергә һикерҙе, – батып ултырам бына, күрмәйһеңме?
– Батһаң һуң. Урҙашып йөрөмәһәң, батмаҫ та инең. Өйөңдә генә Яңы йыл ҡаршыларға әҙерләнер инең ғаиләң менән. Һы! Һин бында кәкре ҡайынды терәтеп тораңдаһа. – Рауил тракторҙы әйләнеп сыҡты, – тик ниңә уны өҫтән терәткәнһең? Ҡолаһа, аҫҡа ҡолай бит ул, – лесник шарҡылдап көлдө.
– Нимә ауыҙ йыраһың! Арыу кеше килә икән, тиһәм.
–Протокол төҙөргә тура килер.
– Өлгөрөрһөң, бар, тәүҙә бысҡыңды алып кил, минеке боҙолдо. Тракторҙы сығарыш был тотҡондан. Шунан ҡарарбыҙ, – Әкрәм тыныс булырға тырышты.
Рауил бер нәмә лә өндәшмәне. Трактор артына барып, хылыстарҙы һананы. Шунан үҙе килгән яҡҡа бер аҙ ҡарап торғас:
– Тәк, бысҡы, бысҡы... Минең дә машина тегендә батып ултыра бит әле, бынан өс саҡрым тирәһе булыр. Барып киләңме үҙең, минең хәл бөттө?
–Әйҙә икәүләп барып сығарайыҡ та, шунан бында килербеҙ. Барыбер тиҙерәк булыр.
– Трактор менән генә тарттырып буласаҡ. Вәт бәлә, ә, уйламағанда, – лесник Рауил үҙенең дә сараһыҙ хәлдә ҡалғанлығын белдереп, ауыр уфтанды.
– Миңә бәйләнеп маташа ищу. Берәү протокол төҙөй, имеш. Үҙеңдең эштәр минекенән дә хөрт әле. Хәҙер бына, кимереп булһа ла, тырнаҡтарым менән тырнап булһа ла был кәкре ҡайынды ауҙарасаҡмын. “Нива”ңдың янынан йырлап ҡына үтеп китәсәкмен, күрерһең. Үҙең, вәт, ниңә өйөңдә генә ултырманың ғаиләң менән? Нимә етмәй һиңә? Яңы йыл алдынан урманда еҫкәнеп йөрөмәһәң. Ә?
– Ярай улайтма инде! Мине яңғыҙымды был урманда ҡалдырма инде! – Рауил бөтөнләй төшөнкөлөккә бирелеп, балалар кеүек һөйләнде.
Ике әзмәүерҙәй ир, ни әшләргә тип баш ватып, трактор менән кәкре ҡайынды уратып-уратып йөрөгәндә, яҡыная килгән йөк машинаһының тауышы ишетелде. Оҙаҡламай, йыраҡ түгел юлда уның фара яҡтыһы күренде. Ирҙәр ҡарға бата-сума уға ҡаршы йүгерҙе.
Көплө “Урал” машинаһында урман ҡырҡыусылар ҡайтып баралар ине. Улар көлөшә-көлөшә, “һә” тигәнсе Әкрәмдең тракторын тотҡонлоҡтан ҡотҡарып, үҙ юлдарын дауам итте. Лесник Рауил да уларҙан ҡалмаҫҡа булды.
Әкрәм ул-был әйберҙәрен йыйыштырып, тракторын ҡараштырып, Рауилдең машинаһына барып еткәндә, “Урал” уны ла һөйрәп сығарғайны. Кабинаһында ултырған Рауил, әллә Әкрәмде көткән инде, сығып, уға туҡтарға ҡушты.
– Шунан, Әкрәм! Бая протокол төҙөргә мөмкинлек булмағайны, әйҙә “Нива”ға, – тип, үҙенә яҡынлаған Әкрәмде машинаһына саҡырҙы.
Әкрәм тәүҙә, был шаярта тип уйлағайны ла, лесниктың үтә лә етди йөҙөн күреп телһеҙ ҡалды. Бындай әҙәпһеҙлеккә ҡаршы үҙендә, шулай ҙа, көс табып, артыҡ ярһымаҫҡа тырышып:
– Кеше түгел икәнһең дәһә, һин, Рауил! Ике йөҙлө ҡәбәхәтһең! – тине.
– Кем булһам да булайым, үҙ эшемде беләм. Ярай, каникулдарҙан һуң лесхозға саҡыртып алырбыҙ. Протоколын да шунда төҙөрбөҙ, башҡаһын да. Теге кәкре ҡайынды ла эләктереп алғанһыңдыр әле, ҡайҙа фотоға төшөрәйем, делоға кәрәк буласаҡ! – Рауил телефонын кеҫәһенән сығарып, тракторҙың артына йүнәлде.
– Ҡайындар ҡайҙа? – тип, йүгереп тигәндәй кире килде ул.
– Ниндәй ҡайындар? – тине Әкрәм тыныс ҡына, көлөмһөрәп – бер ниндәй ҡайындарҙы ла белмәйем. Төш күреп уяндыңмы әллә?..
– Көлмә! Бер тотоласаҡһың, ну тотоласаҡһың, Әкрәм!
– Ярай, тотолғас, күрербеҙ. Яңы йыл менән, Рауил! Бар, ҡайтып, ғаиләңде лә ҡотла! Урман да һинән ял итеп ҡалыр әҙерәк, – Әкрәм етеҙ хәрәкәттәр менән тракторына менеп ултырҙы. Яңы йыл табынына, ҡатыны менән балалары янына ашыҡты ул. Тиҙерәк өлгөрөр өсөн утынын да алып тормағайны. Былай ҙа, нисәмә сәғәт кәкре ҡайынды терәтеп тороп, оҙаҡлап китте бит.

Мәүлит КӘРИМИ.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: