+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңы "Һәнәк"!
10 Февраль 2022, 09:00

Башҡортса

Балалар баҡсаһында тағы ла тәрбиәсе шелтә яһап тора. – Һеҙҙең улығыҙ башҡортса плохо говорит, – ти. – Өйрәтәбеҙ, – тигән булам.

Башҡортса
Башҡортса

– Аҙ өйрәтәһегеҙ, значит. Бер һүҙҙе башҡортса, икенсеһен русса итеп говорить итеп тик йөрөй.
– Беҙ өйҙә башҡортса ғына һөйләшергә тырышабыҙ.
– Урамда шулай разговаривают, тимәк. Баланы постоянно учить итергә кәрәк.
– Ярай, тырышырбыҙ, – тим, кесеклекле итеп.
– Тырышығыҙ инде, – ти, тәрбиәсе, – Юғиһә, бында килеп башҡа балаларҙың телен портят туған телдәрен не знающие.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: