+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңы "Һәнәк"!
18 Февраль 2022, 14:00

Бүләк

Тағы 23 февраль етә. Нимә бүләк итергә? Ни өсөн ошо ирҙәргә тотоп ҡына бирерлек йүнле бүләк уйлап тапмайҙар икән? Бына ҡатындарға тигәндә бер ҡайғы юҡ, барыһы ла бар.

Бүләк
Бүләк

Йәнең нимә теләй: хушбуй, йөҙөк, күлдәк, туфли, сумочка, алҡа, тун, машина, фатир... хатта утрау бүләк итәләр әле. Ә ирҙәргә килеп төртөлһә, магазинда шул нәски ҙә, ҡырыныу күпереге лә, ҡырынғандан һуң биттәрен әсеттерә торған еҫле шыйыҡса. Шул байрамда алғандары йыл буйына ҡуллауырға етә. Унан тағы ла әлеге байрам килеп етә. Унан тағы ла нәски, күперек, бәлзәм... Һәм, юҡҡа түгел икән, бик кәрәкле бүләктәр ҙә! Нәскиҙәре тиҙ арала тишелеп, һаҡал-мыйыҡтары үҫеп-етеп, ҡырылып тора бит һуң. Шулай булғас? Ярай, бына, күҙ алдына килтереп ҡарағыҙ: икенсе бүләк алдығыҙ, ти. Нимәме? Салбар, мәҫәлән. Бөгөн модала булған “Чинос” тигәнде. Ул уға йә тар, йә киң, йә ҡыҫҡа, йә оҙон буласаҡ та, сыйышыуға бер сәбәп буласаҡ. Төҫөн дә оҡшатмаҫ әле. Ә хаҡы күпме ул салбарҙарҙың! Кәрәкме был беҙгә? Кәрәкмәй. Унан, тағы нимә? Ботинка икән, ти. Ялтырап торған! Итальянский! Ул уға йә төртәсәк, йә үксәһе һуғасаҡ, йә атлауға уңайһыҙ буласаҡ, йә шунда тағы ла берәй нәмә... Ҡайһындай аҡса яуы... Кәрәкме был беҙгә? Кәрәкмәй. Портфель алып ҡарарға була. Крокодил тиреһенән тегелгәнен. Ул уны тотамы һуң? Тотҡанда ла нимә һалып йөрөтә? Телефонын? Телефонын да, бумажнигын да, паспортын да, праваһын да, тәмәкеһен һәм башҡа йөҙ төрлө әйберҙәрен кеҫәләренә һыйҙырып өйрәнгән бит инде ул. Йә шундай портфелде берәй ерҙә онотоп ҡалдырыр. Аҡсаң елгә осто, тигән һүҙ. Кәрәкме ул беҙгә? Кәрәкмәй. Ҡыҫҡаһы, ҡыҙҙар, беҙ уларға ниндәйен бүләктәр самалап ҡараныҡ (күңелдән, әлбиттә), улар уны баһаламаны, шунлыҡтан ғәҙәтләнгән традицияны тотабыҙ: нәски, күперек, бәлзәм.

Фото: forum.ngs24.ru

Автор:Миләүшә Ҡаһарманова
Читайте нас: