+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңы "Һәнәк"!
18 Февраль 2022, 12:00

Сәләм...малдарға!

(Мал йәнле егеттең әрменән яҙған хатынан) “Сәләм, әрменән! Һаумыһығыҙ, ҡәҙерле әсәйем, атайым һәм туғандарым! Нисек йәшәп ятаһығыҙ? Йорт-ҡура, мал-тыуар именме? Мал тигәндән, Саптар айғыр ни хәлдә?

Сәләм...малдарға!
Сәләм...малдарға!

Атайым уны әрһеҙләп менеп-егеп йөрөмәһен, яҡшылап ашатһын. Һолоһонан өҙмәһен! Мин ҡайтҡас, уны һабантуйҙағы ат сабышына сығарасаҡмын, Алла бирһә. Шунан, һыйыр имен генә быҙауланымы? Быҙауын ситләтмәйме? Үгеҙ быҙау булһа, осһоҙға ғына биреп ебәреп ҡуймағыҙ. Һарыҡ-кәзәләр именме? Анау, кешене баҫтырып йөрөп һөҙөргә яратҡан аңра кәзә тәкәһе йөрөймө? Ул, ҡарышҡыр, йәйгеһен көтөүҙән ҡайтыуҙы белмәй торған. Шуның исемен “Прапорщик” тип үҙгәртегеҙ әле. Ашатмағыҙ ҙа, эсермәгеҙ ҙә – мин ҡайтҡансы үҙ үлеме менән үлһен! Ҡош-ҡорт теүәлме? Себеш сығарып, йомортҡа һалып торалармы? Уларҙы бик һәйбәтләп ҡарағыҙ инде. Төлкө-төйлөгән алып китмәһен! Посылка һалыр булһағыҙ, яҡшылап төрөгөҙ: әсәйем бәйләгән бейәләйгә иттәренең майы йоғоп ҡуймаһын. Әтәс имен-һаумы? Һаман да һеҙҙе таң менән ҡысҡырып уята торғандыр. Әйткәндәй, уның да исемен “Старшина”ға алыштырырһығыҙ! Эт ни хәлдә? Йортто һаҡлаймы? Һеҙ уны төнгөлөккә сынйырынан ысҡындырмағыҙ. Часовой посты ташлап китергә тейеш түгел! Бесәй сысҡан тотамы, һөт-ҡаймаҡҡа теймәйме? Әгәр тейһә, “нехват” буласаҡ!
Ярай, ошоноң менән хатымды тамамлайым! Һеҙҙән яңы сәләмдәр көтөп: улығыҙ”.

Ишдәүләт САФИУЛЛИН.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: