Яңыраҡ уның менән баҙарҙа булдыҡ. Ул ғәҙәте буйынса һәр һатыусының тауарын тәнҡитләргә тотондо. Мин ҡулымдан килгәнсә әйткәндәрен йомшартырға тырышам.
Алма һатыусылар янына килдек. Ирем һәр емеште берәм-берәм тотоп ҡараны:
– Алмаларығыҙҙы һатып алырға ярамай. Улар химия менән ҡапланған. Бер генә ҡортло алма ла юҡ. Ҡорт та ашамағас, алмағыҙ насар.
Һатыусылар – ике күңелсәк апай – ҡысҡыра:
– Дөрөҫ түгел! Беҙ һиңә күпме теләйһең шул ҡәҙәр ҡортло алма үлсәп бирә алабыҙ. Ана, айырым тоҡта. Нисә килограмм кәрәк?
Ирем ауыҙын япты, айырым тоҡтағы алманы ниңәлер ашағыһы килмәне, тиҙерәк был тирәнән китеү яғын ҡараны.
Таңсулпан ҒАТИНА.