– Саҡырыуың өсөн рәхмәт! – тием дуҫым өсөн ҡыуанырға ла, ҡайғырырға ла белмәй. Уны әрмегә алыуҙарына көнләшәм.
– Ярай, һуңлама! – тине дуҫ шат тауыш менән.
– Һуңламаҫмын!..
Шул көндө үк телефоным шылтырай:
– Ишбулатовмы? – тиҙәр теге оста.
– Эйе, – тинем мин ят һандар эйәһенә.
– Һеҙҙе Хәрбиева апайығыҙ борсой. Иртәнән һуң сәсегеҙҙе ҡырҙырып, әҙерләнеп, военкомат алдына килегеҙ!
Военкоматҡа һуңламаным. Әрмегә дуҫым менән бергә киттек, бергә хеҙмәт итеп, тыуған яҡтарыбыҙға бер поезда әйләнеп ҡайттыҡ.
Илнар ИШБУЛАТОВ.
Фото: svetochnews.ru