+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңы "Һәнәк"!
26 Февраль 2022, 12:00

Яптимизация

Район мәғариф идаралығы начальнигы Бошмай Эшҡырғанович стеналағы сәғәткә күҙ һалды.

Яптимизация
Яптимизация

– Көн үтеп бара, ә бөгөн бер мәктәп тә ябылманы, эш бармай, – тип бошоноп ҡуйҙы ул. Шунан ҡаты уйға ҡалды. Ҡайһы мәктәпте ябырға була һуң? Райондағы утыҙ мәктәпте былай ҙа ун бишкә ҡалдырҙылар ҙа ул, әммә был ғына етмәй, тиҙәр. Әһә, Сәфәр мәктәбе һаман эшләй бит. Бөгөн үк директорын саҡыртып утлы табаға баҫтырырға кәрәк. Быға тиклем завод директоры булып эшләгән ауылдаштары ҡурсылап килде лә, кисә генә урынынан алғандар икән.
– Күптән ябылырға тейеш ине һеҙҙең мәктәп, һаман эшләйһегеҙ, әҙәмдән оят таһа, – тип ҡаршыланы Бошмай Эшҡырғанович мәктәп директорын. – Ил ҙур маҡсаттар менән йәшәй, модернизация бара, ҙур сығымдар талап иткән сараларға әҙерләнә. Ә беҙ? Мәктәп ябырға ла ҡулыбыҙҙан килмәй, ғәрлектән ятып үлерлек! Әле мәктәптә нисә бала уҡый?
– Утыҙ, – тип бышылданы оялышынан ни эшләргә белмәгән директор ҡатын.
– Нисек утыҙ? Теге көн генә егерме туғыҙ тигәйнең бит. Утыҙ булһа мәктәпте ябып булмай ҙаһа?
– Бер бала ҡалалағы гимназиянан кире ҡайтты бит.
– Бынағайыш, ауырт­маған башҡа тимер таяҡ. Нимә булһа ла һеҙҙән сыға. Модернизацияға ла ҡушылманығыҙ.
– Бигерәк рәнйетмәгеҙ инде, – тине директор ҡыҙарынып. – Модернизация бара ул, күрше ауылдағы балаларҙы мәктәпкә хәҙер ат менән ташыйбыҙ, автобусҡа барыбер бензин юҡ. 1-3 кластарҙы бергә уҡытабыҙ хәҙер. Килә­сәктә өс класты ике йылда уҡытырға уйлашабыҙ, барыбер бер-береһенең дәресен ишетеп, аңлап ултыралар бит. Физика менән математиканы, химия менән биологияны берләштерергә иҫәп бар. Башҡорт, рус, инглиз телдәрен бер юлы уҡытырға ла мөмкин бит әле, барыбер телдәре буталып бөткән. Бер уҡытыусы, тим инде. Ғәжәп ҙур экономия килеп сыға.
– Ә балаларҙан кемдәр сығыр һуң? – тип уны бүлдерҙе мөдир. – Унан онотолоп китеүен аңлап, бар көсөнә ҡысҡырып ебәрҙе. – Яптимизация, әй, оптимизацияны бик дөрөҫ аңлайһың икән. Башҡараһы эштәр, ай-һай, быуа быуырлыҡ әле беҙҙең…
– Уян, тием, әйләнеп ят, һаташаһың бит, – ҡатыны төрткөләгәнгә уянып киткән Бошмай Эш­ҡырғанович бер килке ҡуҙғалырға ла ҡурҡып ятты. Унан еңел һулап ҡуйҙы. Барыһы ла төш икән, әлдә ошондай хәлдәр тормошта булмай әле.

Марат ӘМИНЕВ.

Фото: bipbap.ru

 

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: