+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңы "Һәнәк"!
23 Март 2022, 13:00

Беҙ ҙә ҡунаҡ күрәйек

Аҙна тулып килә әбейенең өйҙә тормағанына. Саҡырышып йөрөйҙәр. Арғы яр буйы Хәмдиәнең Бүздәктә йәшәгән ҡыҙы ҡунаҡҡа килгән дә, Хәмдиә әхирәт әбейҙәренә ҡунағын күрһәткән. Былары “рат старатса” –көн һайын берәүһе саҡыра, рәхәтләнеп ҡунаҡ булалар.

Беҙ ҙә ҡунаҡ күрәйек
Беҙ ҙә ҡунаҡ күрәйек

Әбейҙәр рәхәтләнә лә ул, бына бабайҙарға ҡыйын. Ҡасан ҡайтыр икән, күстәнәс алып ҡайтыр микән, нимә алып ҡайтыр икән, тип өйҙә ултыр инде бер сәпләк малай ҡошап...
Ҡайһы саҡта Ғәббәс ҡарттың әбей булғыһы килеп китә хатта.
– Көн дә байрам, көн дә туй һиңә, әй! Һимереп киттең хатта, –тип шаяртып алды Вәзирәһен Ғәббәс бабай
– Нисек тә! –Көҙгө алдында кейенеп –яһанып торған әбейе ирекһеҙҙән эсен, янбаштарын һыйпаштырып ҡуйҙы.
– Юрамал әйтәм. Ҡурҡма, һиңә күпме ашаһаң да йоҡмай ул. Ҡырҡ биш йыл кармит итәм бит инде. Шунан, бөгөн кемгә бараһығыҙ?
– Сания саҡырҙы.
–Ишмухтарғамы?
–Эйе.
Санияның да, Сөнәғәттең дә фамилиялары Ишмөхәмәтов булғанғалыр, “Ишмух” тине лә ҡуйҙылар йәш саҡтан уҡ. Үсекмәйҙәр, үпкәләмәйҙәр, маладис улар.
–Ярай, мин барайым. Тамағыңа ашап –эс, әҙер бит. Ятып ял итеп ал. Иртәгәгә сәғәт икегә саҡырып ҡайтайыммы?
–Саҡыр әйҙә. Миңә ни барыбер. Бәхете-е-ең булмағас... –тип ултырып ҡалды Ғәббәс.
Ана, әбейҙәр тағы киттеләр эйәртенешеп. Ә бабайҙар ни эшләргә тейеш, ә? Улар хоҡуҡтан мәхрүм мәллә?
Сөнәғәт ҡорҙашы, ошо мәлдә, һарай тирәһендә йөрөйҙөр инде уныһын –быныһын эшләштергән булып, өйҙән таралған тәмле еҫтәрҙе туйғансы еҫкәп. Вәзирә әхирәттәрен саҡырһа, Ғәббәс шулай тышта йөрөй, юҡ эште бар итеп.
Алып ҡайтҡан күстәнәсе мул булһа ярай, юғиһә, шыпа буш ҡул ҡайта ҡайһы саҡта Вәзирә. Бында Ғәббәсе ымһынып көтөп ултыра, сәй ҡайнатып. Алдай, етмәһә.
–Уй, бабай, бер нәмәһе лә юҡ ине, –ти күҙен дә йоммай.
–Нүжили икмәге лә юҡ ине? –тип аптыраған була Ғәббәс.
Кәзәһе ҡиммәт түгел, мәҙәге ҡиммәт, тигәндәй, әҙме ул күстәнәс, күпме – күстәнәсләп сәй эсеп ултырыуы үҙе бер яҙылмаған тәртип бит ул. Тик ниңәлер бабайҙарға ҡунаҡ күреп, өй беренсә һыйланып, күстәнәстәр алып ҡайтыу теймәй.
–Бәхете-ең булмағас, –тине лә мыйыҡ аҫтынан йылмайҙы Ғәббәс ҡарт.
Иртәгеһенә әбейенең бөтә йомоштарын йүгереп йөрөп үтәне Ғәббәс, ярҙам итте һәм юҡ булды. Әбейҙәр сәғәт икегә килеп тулдылар, ултырыштылар, һыйланырға әҙерләнделәр.
Шул саҡ, ишекте шар асып, Ғәббәс килеп инде.
–Һаумыһығыҙ, ҡыҙҙар! Ҡайҙа ҡунаҡ ҡыҙҙы мин дә күрәйем әле. Һаумы, Әлфиә ҡыҙым! Ҡалай матурайып, һылыуланып киткәнһең, ҡатын ҡорона тулып! Бер үҙең килдеңме? Кейәү ҡайҙа?
Вәзирә лә, әбейҙәр ҙә, Әлфиә лә аптырап ҡалдылар Ғәббәс ҡарттың ҡатындар табынына килеп инеүенә.
–Ошо булһа, бер нәмә сығармай ҡалмаҫ... –Вәзирә ни тиергә лә белмәне. Ә Ғәббәсе уны бар тип тә белмәй, әбейенә әйлнеп тә ҡарамай.
–Давай, ҡыҙҙар, минең ҡунаҡтарҙы ла күрегеҙ әле! Һай, минең ҡунаҡтар! Сәғәт өсөнсө яртыға как штык миндә булығыҙ, тигәйнем, ана –ҡарағыҙ! Ғәзим кейәү, үт! Сәнәғәт, Рауил, Марат, инегеҙ, ҡыҙҙар бында! Егеттәрһеҙ ниндәй байрам, ти ул? Ана бит, йөҙҙәрегеҙ яҡтырып, күҙҙәрегеҙ ялтырап китте! Юғиһә, һеҙгә көн дә байрам, беҙгә – берәр ус күстәнәс!
Төн ауғас ҡына таралышты Вәзирә менән Ғәббәстең ҡунаҡтары.

Таңһылыу ВӘЛИЕВА.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: