-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңы "Һәнәк"!
28 Март 2022, 12:00

Тел һаҡсыһы

Редакцияға, ейәнсәрен эйәртеп, бер апай килеп инде. Билдәле, хөрмәтле генә был ханымды күптән беләм – мәҡәләләр ҙә яҙа, төрлө сараларҙа ла күргәнем бар.

Тел һаҡсыһы
Тел һаҡсыһы

– Бына, Туған телдәр көнөнә мәҡәлә алып килгәйнем. Был минең теге саралағы сығышым ул. Ныҡ шәп килеп сыҡты, һуңынан бер нисә кеше эргәмә килеп, һәйбәт һөйләнең, тип әйтеп китте...
– Ярай, уҡып, әҙерләрмен...
– Ҡарале, һеңлем, әйҙә беҙҙең ойошмаға йөрөй башла! Беҙгә отчеттар әҙерләү, протоколдар алып барыу өсөн шыма, матур яҙған кеше кәрәк.
– Уй, апай, минең эш, ғаилә, балалар менән улай йөрөп булмаҫ ул. Икенсенән, улай йәмәғәт эштәрендә йөрөүҙән нисектер ҡыйынһынам, кеше араһында сығыш яһауҙан да тартынамсы...
– Улайтып, үҙ донъяңа бикләнеп кенә ултырырға ярамай! Һеҙҙең кеүек уҡыған кешеләр йөрөмәһә, йәмәғәт ойошмаларының эше ҡайҙан барһын. Беҙ бына күпме осрашыуҙар үткәрәбеҙ, ялҡынлы сығыштар яһайбыҙ. Шулайтмаһаҡ, телебеҙ, милләтебеҙ бөтә бит! Бына һин милләтте, телде һаҡлау өсөн ниндәй эштәр башҡараһың?
– Әлләсе... Ошолайтып башҡортса гәзит сығарып ултырыуыбыҙ ҙа шул халҡыбыҙ өсөн башҡарылған эш, тип уйлайым.
– Тағы?
– Балаларымды башҡорт баҡсаһына йөрөттөм. Унан инде, алыҫ тип тормай, башҡорт мәктәбенә бирҙек.
– Шунан?
– Бәләкәй саҡтарында әкиәттәр уҡый инем, хәҙер үҙҙәре башҡортса китаптар уҡый, милли баҫмаларҙы ла алдырабыҙ, концерт-спектаклдәргә алып йөрөйбөҙ – ошолар инде беҙҙең өлөш...
– Эй, һеңлем, бигерәк тар фекер йөрөтәһең икән!.. Улайтып үҙ ҡаҙаныңда ҡайнап ҡына телде, милләтте һаҡлап булмай шул... Халыҡты уятырға кәрәк. Бына ошо беҙҙеке ише йәмәғәт эштәрендә ҡайнап йәшәргә кәрәк! Иртәгә беҙҙең идараның йыйылышы була, шул тиклем күп эштәр, сығыштар планлаштырғанбыҙ. Кил йәме!
– Ярай, уйлап ҡарармын...
Минең менән әңгәмәһен тамамлап, ханым мөйөштәге ултырғыста телефонына текләп ултырған ейәнсәренә өндәште:
– Лиана, айда, пошли! Сегодня у меня очень важное мероприятие.
– Бабушка, я не хочу с тобой. Можно я дома останусь? Там у вас очень скучно. Я все равно ничего не понимаю...
– Уй Аллам, ҡасан мамаң менән папаң ҡайта инде... Вис эшемде ҡалдыра бынау бала... – тип, өләсәй кеше һуҡрана-һуҡрана сумкаһын рәтләне лә, миңә ҡарап:
– Ярай, һау булығыҙ! Иртәгә һеҙҙе көтәм! – тип ишеккә йүнәлде...

Гөлдәр ЯҠШЫҒОЛОВА.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: