-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңы "Һәнәк"!
29 Март 2022, 13:00

Бушлай

Әминә әбей күршеһенән уңды. Бөтөн эшен эшләшә шул егет. Вис бушлай. Шул хәтлем итәғәтле, ярҙамсыл кеше инде шул бала. Әле лә бына шул күршеһенә инеп бара, баҡса ҡоймаһы ҡолаған, төндә ел көслө булған икән.

Бушлай
Бушлай

Йәһәт кенә йүнәттереп ҡуймаһа, үрге ос кәзәләренә бер байрам булыр. Әбей шуға иртәләп күршеһенең ишеген ҡаға:
–Сәлимән! Улым! Был Әминә инәң әле.
Егет тороп кейенмәгән, күрәһең, ишек аша ғына өндәшә:
–Ишеттем. Йомошоңдо әйт, торараҡ барып етермен.
–Забур ҡолап ята, анауы алғы баҡсаныҡы. Торғоҙоп бәйҙәп ҡуйырға көс юҡ ней...
–Аңланым. Хәҙер барып етермен. Сәйҙе һиндә эсермен атыу. И еще... магазинға һуғылып сигарет алып ҡайт әле, ике-өс ҡап, минеке бөткән.
Әбей китә башлағайны, ишек асыла биреп, унан тәмәке ҡабы осоп килеп сыҡты.
–Инәй, бына ошо сигарет ҡабын тотоп бар, юғиһә, оноторһоң.
–Ярай, улым, ярай, хәҙер барып лафкаһын астырып булһа ла алырмын тәмәкеһен, әле иртәрәк былай...
Әминә әбей һатыусының да ҡапҡаһын ҡаҡты таң менән, уныһы малын оҙатып ҡайтып тора икән, оло кешенең һүҙен йыҡмай, асып-һатып ебәрҙе. Ул ялтыр тышлы тәмәкеһенең өс ҡабы үҙе өс йөҙ тәңкәгә баҫты.
–Йә, хоҙай... түләүле төтөн... – тип һуҡранһа ла, ярҙамсыл йәш кешегә һүҙ тигеҙергә теләмәй, артабан өндәшмәне ҡарсыҡ. Күршеһенең тәмле-татлы яратҡанын белеп, бер ыңғайы, кәнфит-перәник тә алды.
Егет кешегә ҡойманы ҡалҡытып ҡуйыу артыҡ ҙур эш түгел. Шулай ҙа әбей мәшәҡәтен өҫтәп ҡуйҙы: бағанһын алмаштырғанда яҡшыраҡ булыр ине, ти. Бағанаға тигән бер уҫағы ла ята икән таптығында. Уны күптән әҙерләткән булған, тимәк, ҡойма тәүгә генә ҡоламай.
–Бағанаңды алмаштырһам, инәй, һин мине бөгөн заправить итерең инде, кискә күрше ауылға барам концертҡа. Былай ҙа бушлай эшләйем бит, башҡа берәйһенә әйтһәң, ҡайырып аҡсаһын алыр ине.
–Шулай-шулай, балам, хәҙер бер нәмә бушҡа эшләнмәй шул, әүәле беҙ кем һораһа ла бара ла өмәләй ҙә ташлай торғайныҡ...
–Ярай, бына мин бушлай бит.
–Бушлай... бушлай... эйе, бушлай.

 

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: