+1 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңы "Һәнәк"!
19 Апрель 2022, 11:00

Башҡортостандың халыҡ шағиры Марат Кәримов: “Тешем сыҡҡанын ғына көтөргә ҡалды"

93 йәше тулған шағир менән нимә хаҡында һөйләшәһең? Әлбиттә, ижад, сатира, юмор һәм уға халыҡтың мөнәсәбәте тураһында. Ә әҙәбиәт һөйөүселәр ярата шағирҙы һәм һүҙебеҙ ҙә шул хаҡта.

Башҡортостандың халыҡ шағиры Марат Кәримов: “Тешем сыҡҡанын ғына көтөргә ҡалды"
Башҡортостандың халыҡ шағиры Марат Кәримов: “Тешем сыҡҡанын ғына көтөргә ҡалды"

– Марат ағай, һеҙҙе уҡып, йыш ҡына, был әҫәрҙе нисек яҙҙы икән, тип уйланым. Яҙғандарығыҙ өсөн үкенгән саҡтарығыҙ булдымы?

– Әгәр эш үкенеүгә ҡалһа, миңә, ғөмүмән, башҡа һөнәр һайларға кәрәк булғандыр. Беҙ ижад иткән заманда әҙәби контроль аяуһыҙ һәм талапсан булды. Мәҫәлән, коммунистарҙы тәнҡитләргә рөхсәт ителмәй ине. Ни йөрәгең етеп халыҡҡа коммунизм төҙөп биргән кешеләрҙе тәнҡит утына тотаһың инде? Ә ауылда бригадирҙан алып, ферма мөдиренә тиклем, хатта баш агроном, баш зоотехник – барыһы ла фирҡә ағзаһы. Бригадир мәҫәлән, үҙең беләһең – хужа. Бөтә ресурстар, хәҙергесә әйтһәк, уның ҡулында. Ана ат өйөрө. Колхозсы, бахыр, ат һорап уға килә. Йәй бесәнен саба, утынын әҙерләй, атһыҙ бер нәмә лә эшләп булмай. Йомош-юлға ла ат кәрәк. Ә бригадир, һин уға оҡшаһаң, атты бирә, оҡшамаһаң, ат көтөп тик йөрөйһөң. Аттың ниндәйен бирә бит әле? Аттың күндәме була, уңғаны була, хатта эт ялҡауы ла була аттар араһында. Бригадир ҡулынан ат алған колхозсы үҙенең шатлығын бригадирға ҡарата берәр ярты, йәки күстәнәс менән белдереп ҡуя. Ошоно нисек тәнҡитләмәйһең инде? Яҙырға тура килә. Шунан һуң яҙған, тәнҡиткә дусар булған кешенең партбилетын тикшерергәме инде?

– Марат ағай, һеҙҙең КПСС-тың Өлкә Комитеты секретары Таһир Ахунйәнов тураһында яҙған юморескағыҙҙы КПСС Үҙәк Комитетында руссаға тәржемә итеп уҡығандар, тип ишеткәйнем. Был хәл нисек булды?

– Бар ундай бите минең биографиямдың. Әгәр шул мәҡәләне яҙмаһам, редактор урынында әлеге көндә лә ултырған булыр инем. Эш былайыраҡ, тип хәтерләйем. “Һәнәк”тә “Шайтан ҡотортто” исемле хикәйәм сыҡты. Йөкмәткеһе былай. Көтмәгәндә бер түрә ижад менән мауыға башлай. Эргәһендә ялағайҙар уны күтәреп ала, маҡтай, тарата. Ошо хаҡта еңелсә генә итеп яҙып бирҙем. Был хужала Ахунйәновты таныусылар, хатта үҙенә төртөп күрһәтеүселәр табылған. Миңә мөхәррир вазифаһын ҡалдырырға, Яҡутстанға китергә тура килде. Башҡортостанда власть алышынғас ҡына аҙмы-күпме иркен тын алдым. Динис Бүләков телевидениеға эшкә саҡырҙы. Был ваҡиға минең өсөн ҙур һынау булды. Әгәр ошондай осраҡ булһа, мин бөгөн дә яҙыр инем. Үкенмәйем, үҙем булып ҡалам.

– Хәҙерге сатира һәм юморға мөнәсәбәтегеҙ нисек?

– Хәҙер бөтә сатира һәм юмор телевизорҙа. Ана, көлкө оҫталары нисек байый. Күңел асыуға ҡоролған тормошта уйын-көлкөгә һәр ваҡыт урын бар. Барыһына ла етә. Әйткәндәй, заманында “Һәнәк” иң гонорарлы һәм табышлы журнал ине. Мәҫәлән, минең айлыҡ гонорарым эш хаҡынан күберәк булды. Бәлки, властар ошо аҡса ярҙамында беҙҙе тыңлаусан итеп тоторға ла теләгәндер. Яҙ, ижад ит, тик беҙгә генә ҡағылма. Ә беҙ, илағыһы килгән сабыйҙар, атайҙарыбыҙҙың һаҡалы менән уйнай торғайныҡ. Бөгөн, миңә ҡалһа, “Һәнәк” күңел асыу баҫмаһы булараҡ үҙен раҫларға тырыша. Ләкин еңел түгелдер. Бар заманда ла көлкө оҫталары күп булмаған. Бының өсөн махсус, йәғни айырым һәләт кәрәк. Ә һәләтте һатып алып булмай. Ул йә бар, йә бөтөнләй юҡ. Мин ҡайһы бер сатириктарҙың яҙғандарын уҡыйым, йә тыңлайым. Көләһе урынға илағы килә башлай. Нишләйһең, күҙ йәштәре аша көлөргә лә тура килә.

– Һуңғы осор китаптарығыҙ сыҡты. Улар тиҙ арала таралып бөттө. Шуға иғтибар иттем, һеҙ үҙегеҙҙең үткән тормошоғоҙға йомғаҡ яһаған һымаҡ. Бала саҡтан иң хәтерҙә ҡалған көнөгөҙ бармы?

– Был хаҡта яҙҙым мин. 12–13 йәштәр булдымы икән. Яҙ иртә килде, Һүрәм йылғаһының үрге ағымында һал итеп ағыҙыр өсөн бик күп ағас әҙерләгәндәр. Һүрәм көслө, мул һыулы йылға, айырыуса яҙ. Боролоштар күп. Шунда килеп тығылған ағастарҙы мин ҡуҙғатып ебәрергә тейеш инем. Өлөшөмә бер нисә боролош тура килде. Әсәйемдең ни өсөн мине илай-илай оҙатып ҡалыуына һуңынан ғына төшөндөм. Ташҡын булып йылға түгел, бүрәнәләр килә. Бер боролошта бүрәнәләр ағып килеп, ярға яғылды ла ҡуйҙы. Ҡулымдағы ағас менән ҡуҙғатып ҡарайым, юҡ, көсөм етмәй. Уртағараҡ барһам, ҡуҙғатыр инем, ләкин аяҡ аҫтында бүрәнәләр уйнап тора. Йүгереп барып, көс-хәл менән бүрәнәләрҙе ысҡындырып ебәрҙем.Үҙем ҡотолоп ҡалдым. Был көн ни өсөн һаман хәтеремдәме? Сөнки иҫән ҡалдым. Ә аҙаҡ туйғансы ашаттылар. Эйе, хәҙер минең өсөн йомғаҡ яһар мәл. Үкенмәйем. Илем күргәнде күрҙем. Ә былай, минеңсә, йәшәүе күңелле. Оҡшай! Оҡшамаһа, ошо йәшкә етер инемме? Йәшерәктәр, мәҫәлән, тешегеҙ сыға башламанымы тип һорай. Иртән торған һайын барлайым. Юҡ, әлегә тойолмай. Бәлки, иртәгә булыр. Шуныһы ҡыйын, мин хәҙер бер үҙем тип әйтерлек. Кемде хәтерләмә, иҫкә төшөрмә, ул юҡ. Бәлки, Хоҙай миңә улар өсөн дә йәшәргә фарман биргәндер. Ә уныҡын үтәмәй сарам юҡ.

Рәлиф КИНЙӘБАЕВ әңгәмәләште.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: