+29 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Яңы "Һәнәк"!
20 Апрель 2022, 13:00

Инстаграмһыҙ ҡалғас...

Инстаграмһыҙ ҡалғас Динә бөтөнләй үҙенә ҡул һелтәне. Ә нимәгә ҡарарға үҙеңде? Ни өсөн нимәлер эшләргә? Нимәгә был донъя?!

Инстаграмһыҙ ҡалғас...
Инстаграмһыҙ ҡалғас...

Элек Динә инстаграмдағы яҙылыусылары өсөн генә лә йоҡонан уяна ине. Эйе-эйе! Бер-нисә мең кеше уның уянғанын көтөп тора. Күҙен асыу менән видео төшөрә башлай: бына ул йыуына, бына зарядка яһай, бына ул иртәнге тамаҡҡа берәй нәмә әтмәләй. Шул арала шәп кәңәштәр биреп өлгөрә. Нимә тураһындамы? Мөһим түгел. Ниндәй темаға ла кәңәш бирә ала. Сөнки уға ышаналар. Уны тыңлайҙар һәм ҡарайҙар. Белеме 9 класс ҡына булһа һуң? Колледждың тәүге сессияһынан уҡ төшөп ҡалһа һуң? Бөгөн ул – блогер! Бөгөн тормош уның аяғы аҫтында.
Ашағандан һуң Динә фитнес залына барып килә. Унда барып еткәнсе паркта ниндәйҙер этте күрә. Эттең өҫтөндәге модалы куртканың фирмаһы тураһына һораша: ҡайҙан алған, хаҡы күпме. Эттән түгел, әлбиттә, хужаһынан һораша. Һәм был хаҡтағы мәғлүмәтте экранға яҙып ҡуя. Бәлки кемдер ошо мәл этенә тап ошондай кейемде таба алмай ултыралыр?
Унан фитнес залына барып инә лә, купальникта ғына ҡалғас, тәндең ҡайһы өлөшөн нисек “качать” итергә икәнде күрһәтә. Әлбиттә, уның белгән урындары янбаш та түш. Шунан башҡа өлөштәр ҡатын-ҡыҙға нимәгә кәрәк һуң ул, шулай бит? Юҡ, ул тренер түгел, әммә уныһы мөһим дә түгел. Уны бит ҡарайҙар.
Ҡайтҡанда ҡыҙыбыҙ магазиндарға һуғыла. Модалы туфли, сумка, күлдәктәр – былар уның донъяһы. Һәр береһен тәфсирләп аңлата, күрһәтә. Был миҙгелдә нисек кейенергә, нимәләр алырға һәм алмаҫҡа икәнде һөйләй. Юҡ, ул модельер ҙа, стилист та һәм хатта һатыусы ла түгел. Булмаһа һуң? Уны бит шуның өсөн ҡарайҙар.
Аҙағыраҡ Динә яҙылыусыларына коронавирустан дауаланыу ысулдары тураһында лекция уҡый. Нимәләр эсергә, нимәләр ашарға һәм нисә көн ниндәй режим тоторға. Юҡ-юҡ, ул табип түгел, хатта шәфҡәт туташы ла... Ә, барыбер, уны тыңлайҙар, һәм һорауҙар бирәләр әле хатта.
Төшкө аш мәлендә блогер дөрөҫ туҡланыу тураһында һөйләшеү алып бара. Ниндәй ризыҡты нимәгә ҡушып ашаһаң – һимермәйһең, ҡайһы аҙыҡ йөрәккә, ҡайһы аҙыҡ бөйөргә файҙалы. Барыһын да һөйләп бирә ул. Бер генә лә тотлоҡмай һәм кире ҡаҡҡыһыҙ дәлилдәр килтерә. Диетолог булмаһа һуң? Уның өсөн нисәлер йыл институт уҡыр кәрәк тә, тағы ла күпмелер тәжрибә туплау мотлаҡ. Ә ул – блогер! Шәп телефоны бар ҙа, тағы ла шәберәк һөйләй торған теле бар.
...Һәм бына... инстаграмм юҡ! Динә өсөн йәшәү ҙә юҡ. Ул хәҙер иртән яҡшы кәйефтә уяна алмай, аҙығына иғтибар итмәй, фитнесҡа йөрөмәй, кейем эҙләмәй, диета ҡайғыртмай, ә иң ҡыйыны – берәүгә лә кәңәш бирә, аҡыл өйрәтә алмай. Ҡайһылайтырға хәҙер Динәгә һәм Динә кеүектәргә?

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА.

Фото: m.sabah.com.tr

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: