Бер көндө, кискә ҡарай, өйҙә өләсәйем менән икебеҙ генәбеҙ. Өләсәйем йөн иләй, мин тетеп булашам. Тышта, тамаҡ ҡырҙылар, үҙенсә, мин киләм тип тауыш биреүелер инде килеүсенең. Өләсәйемдең: "Кәпәс кейәү инеп килә шикелле" – тип әйтеүе булды, ишекте шар асып Ғәббәс бабай килеп тә керҙе. Сәләм биреп һаулыҡ һорашҡандан һуң:
– Теге юлы күмәкләшеп кәртишкәгә төшкәйнек, миңә берәүһен бир әле, ҡәйнә, – ти был.
– Эйе, бында ҡалдырып киткәйнеләр, – тип, өләсәйем, 5-6 фотоны Кәпәс бабайға тотторҙо. Бабай әҙерәк "йотоп" алғанғамы, фотонан үҙен танымай.
– Бында Ғәббәс юҡ та һа, – ти ҙә ҡуя.
Өләсәйем һаман сабыр ғына бер нөктәгә төртә:
– Бына тора. Ни эшләп булмай, ти?
– Ҡайҙан мин булайым? Сәпсим оҡшамаған.
– Оҡшамаҫҡа... Танып торам бит.
Тағы ла ун минуттай кәртешкәгә тексәйгәндән һуң, бабайҙың түҙеме бөттө һәм ул ҙур йоҙроғо менән өҫтәлгә һуҡты:
– Найди Ғәббәсте!
Йор һүҙле өләсәйем, кейәүенең холҡон белгәндер, күрәһең, артыҡ иҫе китмәй генә, фотоны уның яғына шылдырып һалды:
– Ғәббәсе ҡайҙа йөрөп ҡалғандыр, Кәпәсе бында тора, кейәү, шуныһы булғас етте.
Шул һүҙҙәрҙән тынысланған кейәү, кәртешкәне алып кеҫәһенә һалды ла, сығып китте.
Рәфиға ҒӘЛИУЛЛИНА.
Фото: zemlvetl.ru