+17 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңы "Һәнәк"!
1 Май 2022, 15:00

Туй

Дәртле лә, тулҡынландырғыс та ул – туйға әҙерләнеү... Кейәү мәһәр йүнләй, ҡыҙ бирнәлеген һандыҡҡа тултыра. Ике яҡтан да атай-әсәй, туған-тыумаса өҫтәлгә һый-хөрмәт хәстәрләй.

Туй
Туй

Рәлиә менән Фәнүр ҙә, алтын балдаҡ, туй күлдәге алырға тип, ҡала баҙарына юлланды. Эх, кәләшкә ниндәй генә күлдәктәр тегелмәгән! Ҡарҙай ағы, тәбиғи ебәк төҫөндәгеһе, ҡыҙылы, хатта йәшел, алһыуырағы ла эленгән.
– Бер көн өсөн анау хәтлем хаҡҡа күлдәк алырға йүләр барҙыр шул! – тине Рәлиә, ирендәрен бүлтәйтеп.
– Әйтмә лә, былар бит миллионерҙарға ғына, – тип, аптырауын йәшермәне буласаҡ кейәү.
– Юҡ, иң яҡшыһы – прокатҡа алыу!
Баҙар ҡыҙырып йөрөп, балдаҡтар хаҡында бөтөнләй онотоп киткәндәр! Башҡа ваҡ-төйәктәрен тейәп, автобус туҡталышына еткәс кенә иҫтәренә төштө.
– Юҡҡа аптырама, – тине Фәнүр буласаҡ кәләшенә. – Мин бер киоскта Дубай алтынынан эшләнгән осһоҙ йөҙөк-алҡалар күрҙем, бер ере менән дә ысынынан айырылмай!
Икенсе, өсөнсө көнөндә лә йәштәр буласаҡ туй мәжлесенең һәр минутын күҙ алдынан үткәреп сыҡты.
– Тамада саҡырып тормайыҡ, ике туған апайым телгә бөткән кеше, әйҙә һөйләһен дә һөйләһен! – тине Фәнүр.
– Дөрөҫ, бер көндә 15 меңде кеҫәләренә һалып сығып китәләр әтеү. Элек тамаданың кем икәнен дә белмәгәндәр, барыбер йәшәйҙәр! – тип хупланы Рәлиә.
– Хәҙер һәр кемдә лә хәтәр телефондар – фотограф та кәрәкмәҫ! Юҡһа туйҙы фотосессияға әйләндерәләр ҙә ҡуялар!
“Бына бит күпме аҡсаһын янда ҡалдыра былар, бигерәк һаҡсылдар, тиҙ үк байып китерҙәр”, – тип шатланды ике яҡтан да туғандар. Пар килгәндәр бит, әй!
Ҡоҙағыйҙар ҙа осрашып, туй бүләктәре хаҡында һөйләшергә булды.
– Әйҙәгеҙ, бер төрлө суммала аҡса һалайыҡ йәштәргә! Аҡсаһыҙ бер аҙым атларлыҡ түгел. Тигеҙ булһын ике яҡтан да, – тине, беренсе ҡоҙағый.
– Шулай, бик дөрөҫ, – тип йөпләне икенсеһе.
– Күстәнәстәрҙе лә ҡап уртаға тигеҙ итеп бүлеп алып киләйек, – тип оҙон исемлек тултырҙы ике ҡоҙағый.
– Ике көн хитланып тормаҫтан, барлыҡ йолаларҙы үтәп, бер яҡта ғына үткәрәйек тә ҡуяйыҡ, – тине кейәүҙең әсәһе.
– Бик хуп, бик хуп! – тине ҡаршы яҡтағылар.
Туй, туй, туй!
Һәр тост һайын эселгән рюмкаларҙан баштар әйләнде, күңелдәр күтәрелде, ҡоҙа-ҡоҙағыйҙар бер-береһен ҡосаҡлап:
– Бер туғандар булып йәшәйек! – тип бәхет йәштәрен һөрттө.
– Бигерәк пар килгәнбеҙ, – тине улар шатлыҡтарын йәшермәй.
Бүләк бирешеү тамамланғас, кейәү егетенең апаһы:
– Хәҙер ике яҡтың да бүләктәрен һанап, теүәлләп ҡуяйыҡ!
– Аҡса артыҡ булғандан түгел, ярҙам итеп бирҙек, мәнфәғәтле әйбер алһындар тип! – тине килендекеләр.
Баҡтиһәң, кейәү менән килен һәр яҡтың бүләген айырып һала барған икән! Вәт, баш!
Шаһит егет менән ҡыҙ, айырым бүлмәлә аҡсаны һанағас, ҡунаҡтар алдына сығып баҫты. Мәжлес бер минутҡа тын ҡалды, хатта йәйге селлә булыуына ҡарамаҫтан, себен осҡан тауыш та ишетелмәҫ булды.
– Кейәү яғынан 150 мең, – тине шаһит, егет яҙып алып сыҡҡан ҡағыҙ киҫәгенә текәлеп.
– Ә ҡыҙ яғынан... – тип мут йылмайҙы шаһиҙә ҡыҙ.
– Йә, әйтә һал, көттөрмә, – тине берәү өҫтәл артынан.
– 180 мең!
– Айырма күп түгел, ярай изгелеккә яраһын, – тине бер ҡоҙа.
– Нишләп күп булмаһын – 30 мең аяҡ аҫтында ятмай ул, – тип сәрелдәне ҡаланан килгән ҡоҙаса. – Мин ул аҡсаны ике ай эшләйем!
– Ике яҡтан да тигеҙ һалырға тигәйнек бит!
– Нейә, беҙҙә Әндрәй ҡаҙнаһы бармы әллә?
Аҙағын һөйләп тормайым. Шул мәлдә ҡоҙа-ҡоҙағыйҙар ҙа, уларҙан бигерәк йәштәр ҙә, уларҙан бигерәк йәштәр ҙә, ысынлап бер-береһенә “пар килгәндәрен” бик яҡшы аңланы.

Минира БИКӘНӘСОВА.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: