+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңы "Һәнәк"!
19 Май 2022, 12:00

Француз диетаһы

Француженкалар тураһында уҡып яттым әле кисә. Улар бөтә нәмәне лә ләззәт менән башҡара белә икән. Шундай тәмләп, төрләндереп, ләззәтләнеп ашайҙар ҙа, һомғол булып та ҡала киләләр.

Француз диетаһы
Француз диетаһы

Сере лә ябай ғына: мини порциялар менән, бәләкәй генә итеп ҡабып, ҡабаланмай ғына сәйнәп... ләззәтләнеп... Туҡта, тип уйланым шул мәл, минең ни ерем шул француженкаларҙан кәм? Күрһәтәйем әле мин һеҙгә башҡорт ҡатынының кем икәнен! Ике аҙнанан, юҡ, аҙна-ун көндән, тал сыбығы кеүек булмаһаммы?
Икенсе көн, иртәнсәктән тороп алып, бутҡа бешерҙем. Һоло бутҡаһын, һыуҙа ғына. Тоҙ ҙа һалмайса. Шул массаны ҡабаланмай ғына бәләкәй ҡалаҡлап ауыҙыма тыға ултырам, тыға ултырам. Тамаҡҡа үткеһе килмәй ҡәһәрең. Әммә мин уны ҡабаланмай ғына сәйнәйем дә, йотоп ебәрәм, сәйнәйем дә, йотоп ебәрәм. Унан һөтһөҙ шыйыҡ сәй эсәм. Тәмле-татлы урынына кипкән өрөк емешен ҡушам. Бына шулай! Дөрөҫ туҡланабыҙ, тәндә еңеллек, күңелдә ҡоштар һайрай. Ҡабырғаларҙағы ҡабарып сыҡҡан һыҙат-һыҙат май бүлкәттәренең шиңгәндән-шиңә барыуын бөгөндән үк тойғандай булып, еңел атлап эшкә китәм.
Бер-ике сәғәттән асығам... Элеккесә печеньеға, булкаға һәм кәнфиткә ҡушып сәй шөрпөлдәтеү урынына бер алма кимерәм дә, бер стакан һыу түңкәрәм. Ашҡаҙандың ғыуылдауы баҫыла ла, ул шуға ҡәнәғәт булып, тынып ҡала. Тик оҙаҡҡа түгел икән. Икенсе тапҡырында бер стакан кефир эсәм һәм ике-өс сәтләүек көйшәйем. Төшкө тамаҡты бер байрам кеүек итеп көтөп алам да, унда йәшелсә ашы, бер киҫәк балыҡ һәм йәшел сәйен тәмләп, яйлап, ләззәтләнеп кенә ашҡаҙанға оҙатам. Ҡабаланмай, ҡарһаланмай, һәр ҡалаҡты, һәр йотомдо айырымлап, татын белеп. Ә нимә? Француз ҡатындарындай ғына булдыра алмайбыҙмы ни?
Киске ашҡа салат һәм парҙа быҡтырылған ҡарабойҙай менән һыйланып ятҡас, ниңәлер үҙемде үтә лә бәхетһеҙ итеп тойоп, күңел тулып, йоҡлай алмайым. Әллә ни эшләп бөтөн уйҙар һыуытҡыс тирәһендә өйөрөлә. Үҙ-үҙемде аңлау өсөн һыуытҡыстағы аҙыҡ-түлекте уйҙан барлап сығырға булдым. Һәм, барлай торғас, мин әлеге француз тормошона бөтөнләй әҙер булмауымды аңланым. Вәт, нимә тынғылыҡ бирмәгән икән миңә! Һыуытҡыстағы аҙыҡтар диетаға яраҡһыҙ. Яраҡһыҙ ғына ла түгел, ә бөтөнләйе менән диетама зыян килтереүсе, уны юлдан яҙҙырыусы тәғәмдәр. Шуны аңлағандан һуң, миңә тағы ла бер бөйөк идея килә: һыуытҡыстағы француз диетаһына яраҡһыҙ аҙыҡтарҙы юҡ итергә кәрәк. Был эшкә тора килеп тотонам да. Бишбармаҡты кәстрүле менән алып йылытырға ҡуям, ҡалын майына уралып ятҡан ҡаҙ ботон шул көйө үк ауыҙға тығам. Унан һыуытҡыс төбөнән бер-нисә ҡырҡым ҡаҙы, ярты бәлеш һәм ике кәтлит килеп сыға. Аш йылынғансы уларын да “урынлаштырып” ҡуям. Француз ҡатындары өйрәткәнсә бик тәмләп, яйлап, ләззәтләнеп сәйнәйем. Һәм, ысынлап та, шундай ләззәтләнеп, күҙҙәремде йомоп-йомоп ебәреп, йотҡанда ла бығаса бер ваҡытта ла булмаған тәмде тоям. Ул арала бишбармағым йылынып сыға ла, уны ике тәрилкә итеп ашағас, кәстрүл төбөндәге ярты тәрилкәләйен әрәм итергә йәлләп, көсләп булһа ла эсеп ҡуям. Ярай, барыбер, бөгөнгө диета боҙолдо бит инде. Хәҙер уны күпмегә боҙоу мөһим дә түгел, тип уйлап, баяғы, бәлеш менән һөтлө сәйгә ултырам. Аҙаҡтан май һыланған икмәк тә, торт киҫәге лә, перәниктәр ҙә китә. Әйткәндәй, ныҡ сәйнәп, хатта ки, үтә лә оҙаҡ көйшәп ашайым. Һәр хәлдә, француз диетаһының ошо теоретик өлөшөн өйрәнеп алдым. Иң мөһим өлөшөн төшөндөм бит! Ҡалғанын иһә иртәгә дауам итермен. Итермен! Нимә? Француженкалар кеүек кенә була алмаммы инде?

Әлиә ИСМӘҒИЛЕВА.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: