+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Яңы "Һәнәк"!
20 Май 2022, 12:00

Бәхет бар ул

Шәхси тормошта өмөттәр өҙөлөп йөрөгән көндәрҙең береһендә, телефон шылтыраны.– Һаумыһығыҙ, Ынйы апай! Һеҙҙе Йәмил Байрәхмәтов атлы егет борсой. Матур көй яҙҙым, шуны шиғыр юлдарына һалып, йыр ижад итергә ине.

Бәхет бар ул
Бәхет бар ул

– Бик мәслихәт! Әгәр минең генә ризалығым кәрәк булһа – риза! – тим, көлөп.
– Ынйы апай, һеҙҙе шәп шағирә, тип маҡтап тәҡдим иткәндәр ине, – тине Йәмил.
– Ҡыҙыҡ, бәлки мине тәҡдим иткән кешенең исемен дә әйтерһегеҙ!
– Фәүзиә. Тик һеҙ уны белмәйһегеҙҙер, ул шулай тигән ине.
Ни эшләп белмәйем, ул бит минең иң яҡын әхирәтем дәһә, тип уйлайым эстән генә.
– Апай, әйҙәгеҙ, ҡайҙа осрашабыҙ, мин һеҙгә буласаҡ йырҙың көйөн ишеттерергә теләйем, – тип уйҙарымды бүлде егет.
– Телефоныңды ҡалдыр, ваҡытыма ҡарап шылтыратырмын, - тинем.
Йәмил менән һөйләшеп бөткәс, Фәүзиәгә шылтыратам:
– Алло, һин нимә, әхирәт, мине шағирә яһаның? Ғүмеремдә бер юл шиғыр яҙып ҡарағаным юҡ, – тип тегенең тетмәһен тетә генә башлағайным, Фәүзиә бүлдерҙе.
– Тапҡанһың ҡайғы, яҙмаһаң яҙырһың, уның бер нәмәһе лә юҡ. Ҡара әле һин уны, мин уға изге ниәт менән, ә ул! – тип теге үҙемде туҙҙырып ташланы. – Ана, Сафуан ағайҙың любой шиғырын ал да, уңдан һулға күсер ҙә яҙ. Хәҙер күптәр шулай итә. Шайтаның да аңламаҫ. Думаешь, Йәмил ул көйҙө үҙе яҙған? Наверняка юҡ... Но зато ниндәй егет! Торғаны арыҫлан. Ҡылдарын тартып ҡара, ул һиңә оҡшарға тейеш.
– “Апай” ти ҙә һуң, уға нисә йәш?
– Бүләк аттың тешен ҡарамайҙар. Уға нисә йәштер, белмәйем, ә һиңә – ун һигеҙ. Ярай, әхирәт, пока. Кемдер икенсе линиянан шылтырата, – тип трубкаһын һалып та ҡуйҙы.
Бына һиңә, уйламаған-көтмәгәндә, ауыртмаған башҡа тимер таяҡ. Ун һигеҙ! Ул ун һигеҙҙең ҡасан булғанын да онотҡанмын инде мин. Сәс тулҡындарын тегеләй, былай һалып, көҙгө ҡаршыһында байтаҡ ҡына баҫып торғандан һуң, битемә шифалы маска яғырға булып киттем.
Көндәлек ығы-зығы менән Йәмил тураһында бөтөнләй онотҡанмын. Эштән ҡайтып, аяҡтарымды юғары күтәреп, ял итеп ятһам, телефон шылтырай.
– Алло, – мәйтәм, – кемгә нимә кәрәк?
– Ынйы апай, был мин – Йәмил. Минең турала оноттоғоҙ шикелле.
– Юҡ, – тигән булам. – Әйҙә, иртәгә кискә үҙең кил, – тип, тегегә адресымды әйтеп яҙҙырҙым.
Эштән ашыҡмай ғына ҡайтып килһәм, Йәмил, яңы тыуған ай кеүек йылмайып, подъезым алдында баҫып тора...
– Һеҙгә “апай” тип әйтергә тел әйләнмәй. Йәп-йәшһегеҙ, һылыуһығыҙ – тип комплимент әйтеп, ҡулымдан үпте.
– Рәхмәт, йылы һүҙеңә, мин дә шулайыраҡ уйлайым...
Ҡыҙыл раузаларҙан күҙҙең яуын алырлыҡ гөлләмә, күстәнәскә шоколад та алып килгән... Мин яҙасаҡ шиғырға көй тыңлай-тыңлай сәй эстек. Хушлашыр алдынан Йәмил:
– Аңлайһығыҙмы, Ынйы, йыр мөхәббәт тураһында булырға тейеш! – тине лә, аҙаҡ өҫтәп ҡуйҙы, – “Апай” тимәйем инде...
Фәүзиәнең һүҙҙәре дөрөҫ булып сыҡты, тышҡы ҡиәфәте менән, ысынлап та, торғаны арыҫлан... Һөйләү, үҙен тотоу манералары – әкиәт батырымы ни!.. Флешкаһын ҡалдырыға ла онотоп, ҡайтып китте егет. Әллә иртәгә йәнә килергә һылтау булһын, тинеме?.. Эх, ҡайҙа икән минең ун һигеҙ булмаһа ла, егерме биш йәшем?! Үлһәм үләм, әммә шиғырын яҙып бирәсәкмен, тигән ҡарарға килеп, йоҡларға яттым.

lll
...Телефон шылтырауына уянып киттем. Күҙемде лә асмай, трубканы ҡолағыма ҡуйҙым.
– Алло!
– Ынйы, әхирәткәйем, әллә һаман йоҡоңдан тормағанһың инде? – ти Фәүзиә телефон сымының теге осонда.
– Нимә булды тағы? Ут сыҡҡанмы әллә? Ял көнө лә йоҡо бирмәйһең, – тим.
– Үпкәләмә, сәғәт ун икенсе бит инде.
– Ни йомош?.. Шундай матур төш күреп ята инем, суҡынмағыр...
– Бөгөн Актерҙар йортонда шиғриәт кисәһе икән, әйҙә барабыҙ! Бөйөк шағирҙар була.
– Әллә тағы, белмәйем... Сәғәт нисәлә?
– Етелә. Күптән бер ҡайҙа ла сыҡҡан юҡ, әйҙә!
Йоҡомдан бөтөнләй айнып, телефонымды урынына ҡуйҙым да, тәҙрә эргәһенә килеп, урамға күҙ һалдым. Көн матур, күңелдә – яҙ, кәйеф күтәренке. Әле генә күреп ятҡан илаһи төшөмдө иҫемә төшөрөп, тәрән көрһөндөм:
– Эх, бынау төш... Тылсымлы төш...

lll
Актерҙар йорто халыҡ менән шығырым тулы ине.
Тамаша башланырға биш минут ҡалғанда, бер егет яныбыҙҙағы буш креслоға ымлап:
– Ҡыҙҙар, рөхсәт итһәгеҙ, мин дә ултырып ҡарар инем, – тине йылмайып.
Кисә иҫ киткес шәп үтте! Тик тиҙ тамам булды. Ҡәнәғәт тамашасылар үҙ урындарынан тороп, ашыҡмайынса ғына сыға башлағас, минең янда ултырған егет һүҙ ҡушты:
– Һеҙҙең исемде һорарға ла ҡыймай ҡайтып китермен микән?.. Мин – Руслан, ә һеҙ?..
– Ынйы булам...
... Ҡыҙҙар, сер итеп кенә әйтәм, ижади кисәләргә йөрөгөҙ, йәме! Беҙ хәҙер Руслан менән парлашып ҡына йөрөйбөҙ. Донъябыҙ түп-түңәрәк... Ә йырҙарҙы... уларҙы, ана, ысын шағир, композиторҙар яҙһын. Беҙ ижад итмәһәк тә бәхетле.

Миләүшә ҒӘЙФУЛЛИНА.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: