+12 °С
Облачно
Еңеүгә - 80 йыл
Яңы "Һәнәк"!
22 Мая 2022, 12:00

Арыһаң, эшләп ары

Арыны. Ныҡ арыны ул. Бер кем аңламай, ишетмәй. Әйткәндәре, иҫбат итергә тырышыуы – бушҡа. Бәхетһеҙ шул, бигерәк бәхетһеҙ...

Арыһаң, эшләп арыАрыһаң, эшләп ары
Арыһаң, эшләп ары

Уйлаған һайын уйҙары тәрәнгәрәккә, ҡараңғыраҡҡа китә... Бына хәҙер күҙен ныҡ итеп йома ла, ултырған урынынан тороп, ошо ҡаянан ырғыр...
– Йә, шәберәк, ырғыһаң ырғы ла. Һинән башҡа ла эштәрем күп.
– Ә?!. Кем ул?
Ҡото осоп ян-яғына ҡаранһа - берәү ҙә юҡ... Ә тауышы бар:
– Мине күрмәйһең һин барыбер, эҙләнмә. Шуға әйтәм бит, ырғыһаң ырғы ла, ырғымаҫ булһаң, әйҙә, эш күп. Нисә көн үҙ-үҙеңде йәлләп, йәлләтеп мыжып тик йөрөйһөң.
– Мин йәшәп арыным...
– Арыһаң, әшләп ары. Әйҙә, аҙ ғына ҡыбырлап ал да, шунан һуң да үлгең килһә – мәйелең.
– Ә-ә... нимә эшләргә кәрәк?
– Киттек. Атлап ҡайтабыҙ. Атлағанда аҙыраҡ ҡаның йөрөп китер.
– Ә хәҙер, тиҙ генә өйөңдө йыйыштырып ал, ҡара, күпме болғаҡ бында...
– Шәп кенә иҙән йыуып алырһың – барлыҡ йүнһеҙ уйҙарың сығып осор, керҙәрҙе лә сайҡап ҡуй – әрнеүҙәрең һыу менән ҡуша китер.
– Малдарыңды ла онотма, һыу эсер, ашат, аҫтарын таҙала. Саф һауа ҡара уйҙарыңды ҡыуыр.
– Киске ашһыҙ ҙа булмай бит. Тәмле генә итеп ашарға бешер. Рәхмәт әйтерҙәр.
Кискә ул арыны. Нисектер йәшәү йәки үлем тураһында уйланғыһы ла килмәне. Ятҡас та күҙҙәре йомолдо.

Дилә СӘЛИХОВА.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас