+24 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Яңы "Һәнәк"!
22 Май 2022, 15:00

Чат

Баҡсасылар ойошмаһында кемдер чат асты ла, мине шунда индерҙе. Класташтар, курсташтар, ауылдаштар, туғандар, балалар баҡсаһы, 4 «Б», оҫта ҡулдар, кино яратыусылар, матурлыҡ салоны һәм тағы ла үҙем белеп еткән һәм етмәгән егермеләп чатҡа тағы ла берәү өҫтәлде.

Чат
Чат

Чаттың администраторы Динара Рәмил ҡыҙы тигән берәү яҙып та һалды:
– Хөрмәтле баҡсасылар! Һеҙҙе берләштереү өсөн чат астыҡ! Әйҙәгеҙ танышайыҡ! Кем башлай?
Төрлө яҡтан яуаптар яуҙы:
– Мин – 132-се участканан Рабиға. Кейәүҙә түгелмен.
– Ай, Хоҙайым! Тағы бер чат!
– Нишләп мине һорамайса индерҙегеҙ бында? Юйығыҙ номерымды!
– Һыуҙы нисәлә бирәләр икән?
– Ҡайҙа һыра һатыла ул? Кем белә?
– Баҡсаға ингән ерҙә бесәй йөрөй. Кем бесәйен ташлап китте? Эттәр!
– Бынан нисек сығырға?
– Нисек сығырға тием?
– Сығарығыҙ мине!!!
– 132-се участканан Рабиға! Мин 72-се участкала. Өйләнмәгәнмен.
– Бөтөн баҡсала ямғыр яуҙы, минең участок алдында ғына һыу ята. Ни өсөн? Аңлатығыҙ?
– Баҡсаға ял итергә килдем. Ниндәй чат тағы?
– Райман, әйҙә кил. Ҡатының белмәһен өсөн участка һанын яҙмайым.
– Мин аҡса йыймайым! Әсәйҙәр, һеҙ шашып киттегеҙ, ул ниндәй бөтмәҫ тыуған көн?
– Ой, чаттарҙы бутағанмын, ғәфү итегеҙ...
– Баҡсала интернет насар тота, алмағасҡа менеп яҙам.
– Кисә минең эргәнән ҡыҙыл Ниссан Жук-та елдереп үткән ҡыҙ, һеҙҙең машинала кардан туҡылдай. Ремонт 12-се участкала.
– Еҙ самауыр һатыла. Ҡайын миндектәре.
– Төн уртаһында ниндәй иҫәр чат асты?
– Төн уртаһында ни эшләп яҙаһығыҙ һуң чатҡа?
– Һинән һорайыммы инде?
– Дуҫтар, мәҙәниәтле булайыҡ!
– Мәҙәниәтлеләр йоҡлай был ваҡытта!
– 132-се участканан Рабиға, мин һиңә сыҡтым. 20 минуттан булам.
– Кем һыра эҙләй ине? Таптығыҙмы? Беҙгә лә кәрәк.
– Бесәй балалары таратам. Бушлай.
– Кемдәрҙең баҡсаға бурысы бар, шуларға һыу туҡтатыласаҡ. Администрация.
– Хәйерле иртә, дуҫтар! Уңышлы көн барығыҙға ла!

Тағы күпме булыр был чаттар?


Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: