+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңы "Һәнәк"!
23 Май 2022, 11:00

Яҙ. Маньяк

Парк оҙон. Ҡараңғы. Аллеяла ике урында ғына фонарь бар. Ҡурҡыныс. Бәләкәй сумкаһын ҡултыҡ аҫтына ныҡ ҡыҫтырып тотҡан. Бейек үксәләрен асфальтта туҡылдатмаҫҡа тырышып, аяҡ остарында ғына йүрмәләй.

Яҙ. Маньяк
Яҙ. Маньяк

Тик туфлиҙар, һатлыҡ булып, тыҡылдап-тыҡылдап китәләр. Төнгө тауыш әллә ҡайҙа яңғырай. Ана, ҡыуаҡ артында нимәлер ҡыштырҙаны! Ә-ә... бесәй... Туҡта! Фонарь яҡтылығына нинәйҙер шәүлә төштө! Ә-ә... ағас ботағы бәүелә... А-аа! Ой, үҙенең ҡулы икән, ҡалай беләген ныҡ ҡыҫып алды... Аҙымдарын ҡыҙыулатҡандан ҡыҙыулатты. Күҙҙәре алан-йолан йүгереүҙән, муйыны борғоланыуҙан башы әйләнде.
– Уф... маньяк ҡына килеп сыҡмаһын... маньяк осрап ҡуймаһын... иң ҡурҡынысы – маньяк... – тип туҡтауһыҙ ҡабатланы үҙе.
Ҡыҙҙың артынан бер егет ҡарап тора. Ағас артынан йәшенеп кенә. Ҡулында бысаҡ. Бысағының йөҙөн бармағы менән һыпыра. Үткер. Уға был эштә бер ҡырҡыуҙа өҙә торған ошондай хәнйәр кәрәк. Хәнйәрен әҙерләп тотоп көтә. Хәҙер-хәҙер... инде нисә төн сыға һунарға... ҡамасаулайҙар, ҡәһәрең.
Был матурҡайҙы ул былтыр йәй үк аңғарғайны. Һәр ваҡыт һоҡланып ҡарап үтте. Интернеттан уның хаҡындағы бөтөн мәғлүмәттәрҙе йыйҙы, фотоларын тапты. Бына, мәле етте – яҙ, хәҙер ҡулға төшөрәсәк.
Ниһайәт, ауыҙ эсенән нимәлер мыңғырлап килгән һәм туҡтауһыҙ алаҡанлаған ҡыҙ үтеп китеп, егет йәшенгән урынынан һаҡ ҡына сығып, сирен ҡыуағы янына килде. Бына ул – уның хыялы! Үткер хәнйәр менән ҡыуаҡтың бер ботағын төбөнән ҡырҡып алды ла, йәһәт кенә ҡуйынына йәшереп, кире ағастар араһына сумды. Йәйгә уның да баҡсаһында ошо хуш еҫле сирен үҫеп китер, киләһе йылға сәскә лә атыр әле...

Сабит МИҘӘТҒӘЛИН.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: