+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңы "Һәнәк"!
23 Май 2022, 18:00

"Һәйбәт әңгәмәсе"

Бер танышым осраны.– Һаумы, ҡустым, хәлдәр нисек? – тине.– Һаумы, ағай, һәйбәт кенә, – тинем, – үҙегеҙ нисек?– Бына, йөрөйөм әле, әле бында, әле тегендә тигәндәй.

"Һәйбәт әңгәмәсе"
"Һәйбәт әңгәмәсе"

Тыуған яҡта – бер фатир, бында – ҡуртымға фатир, хаҡтар ҡәҙимге саҡта машина алып ебәргән инем, шуны түләйем, фатирға ла ҡуртымға алып йәшәгән өсөн түләйем, тыуған яҡтағы квартира буш тора, уның коммуналь түләүҙәрен дә түләйем.
–О!
– Машина бензин да һорай – бөтәһе түңәрәк кенә сумма килеп сыға. Ана шул сығымдарҙы ҡаплайым тип, йүгереп йөрөлә әле, ҡустым.
– Ә...
– Беҙҙең бер начальник саҡыртып алды ла, әйҙә, – ти, – һиңә тағы бер йөкләмә бирәйем, алып барып сығарырыңды беләм, күпме файҙа сығара алаһың, шулай файҙалан, тигәйне.
– Оһо!
– Тырышам инде. Бына әле шул эште аҙағына еткереү мәшәҡәте менән китеп барған көн...
– Әһә...
– Беҙҙең эшкә өйрәткән ағайҙар шәп булды, ҡустым. Бер бик һәйбәт етәксе менән эшләргә тура килде. Һәйбәт мужик ине. Ине, тием, әле лә бар ул, пенсияла, минең тыуған яҡта йәшәй. Николай Петрович тигән. Урыҫмы, сыуашмы шул...
– Ә...
– Ул мине бөтәһенә лә өйрәтте: эште ҡайһы еренән тотоп башлауҙан алып, нисегерәк тамамлап ҡуйыуға тиклем. "Бына, беҙҙең эштә, – ти торғайны ул, – кеше менән эшләй белергә кәрәк. Иң мөһиме, кеше һинең асыҡ булыуыңды аңлаһын", – тип өйрәтә ине. Хәҙер мин дә үҙемдең таныштарыма шул турала һөйләп йөрөйөм.
– Хәтәр!
– Мин ул етәксемдән егерме йыл һабаҡ алдым. Аҙаҡ, бында килгәс кенә, үҙемә яңы остаздар таптым. Улар менән һөйләшә торғас, улар минең эшемдәге ҡайһы бер нәмәләрҙе төҙәтеп ебәрҙе. Элекке уҡытыусым, барыбер, провинция кешеһе бит, саҡ ҡына яңылышлыҡтары ла булғандыр. Ә бында – бөтөнләй икенсе кимәл. Бында мин Мәскәүҙән, сит өлкәләрҙән оҫталар менән аралашыу, фекер уртаҡлашыу мөмкинлеге таптым...
– Шулай...
– Ҡустым, һин ҡайһылай һәйбәт әңгәмәсе икәнһең! Күҙҙәреңдән күренеп тора, алсаҡһың, ихласһың, кеше менән матур итеп һөйләшәһең. Журналист булыуың ярҙам итәлер...
– Эйе...

Илгиз ИШБУЛАТОВ.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: