+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Яңы "Һәнәк"!
24 Май 2022, 13:00

Тауыҡ төшөнә тары

(Ауыл мәҙәктәре) Ҡайны һәм ҡәйнә менән йәшәүҙең бер рәхәте, бер михнәте тигән кеүек... Яңыраҡ өйләнешкән саҡ: ҡолас ташлап ирешеп булмаған кеүек, рәхәтләнеп ҡосаҡлашып ултырып та булмай. "Ана, атай инеп килә, ана әсәй сығып килә!" - тип тертелдәп йәшәп ятыла.

Тауыҡ төшөнә тары
Тауыҡ төшөнә тары

Иремдең күҙе-башы тоноп фермерлыҡҡа тотонған сағы. Ваҡыты юҡ. Өйгә ҡайтып инмәй. Мин йөрөйөм көн буйы уны һағынып.
Был хәл яҙғы сәсеү мәлендә булды. Эшселәр етешмәй. Ирем ярһып-янып эшләй, унда минең ҡайғы юҡ. Яҡшылап күрешеп тә, күршкән хәлдә лә һөйләшеп тә булмай, мазутҡа буталып арып-талып төндә ҡайтып инә лә, таңға тағы сәләрке артынан тип, сығып та китә.
Бер көн ирем сәсеүгә тракторист табып алып ҡыуанып килеп инде. Буйға йәтеш, бер аяҡҡа сатан, эсеп йонсоп, шешенеп бөткән берәү инде.
– Беҙгә ашарға ултырт! – тине лә ирем, йыуына башланылар.
Өҫтәлгә булған һый-ниғмәтте теҙҙем дә самауыр төбөнә ҡунаҡланым. Унан тыш, беҙҙең ишек алдындағы өйҙә лә ирҙәр йәшәй: көтөүсе, тимерсе, машинист, тракторист, комбайнсы, тигән кеүек, кем генә юҡ инде. Барыһы менән бергә, баяғы, яңы килгән кеше лә инеп ултырҙы ла, иң аҙаҡ ирем килеп минең ҡаршығараҡ урынлашты.
Шаптор-шоптор ашай башланылар. Үҙ - ара һөйләшәләр, гөрһөлдәтә көлөшәләр. Ирем дә ҡабаланып ашап ултыра торғас, бер мәл өҫтәл аҫтынан ғына аяғы менән минең аяҡҡа баҫты. Һағынып ҡына йөрөгән ҡатынға күп кәрәкме инде? Йөрәк кенәм леп-леп итеп ҡалды. Йылмая-йылмая сәй яһайым. Ҡыуанысым йөҙөмә сыҡты. Иремә балҡып ҡарап ҡуям. Аяғын алмай был, ипләп кенә баҫып - баҫып ҡуя. Ҡараһына батып эштә йөрөһә лә, мине уйлап йөрөй икән, тип мин уның һайын ҡыуанам. Тик ирем ҡалҡып та ҡарамай, ҡарһаланып ашауын белә. "Һаман шул берәйһе һиҙеп, йә күреп ҡалмаһын тип ултырған була," - тип шатланып, эстән генә яратып, сәй яһауымды дауам итәм. Өҫтәл аҫтында аяҡтарыбыҙ иһә һүҙһеҙ генә “аралаша”.
Ирҙәр ашап-туйып сыға башланы. Бер заман ирем дә ырғып торҙо ла сығып бара. Ә баяғы аяҡ бит һаман минең аяҡҡа баҫып ултыра бирә! Ҡотом осоп, йәшен тиҙлегендә ашъулыҡты ҡайырып ебәрһәм - баяғы яңы килгән тракторист минең аяҡҡа баҫып ултыра. Етмәһә, тешһеҙ ауыҙын йырып күҙ ҡыҫа.
– Әлә-ә-әй, ҡарале, әләкә-әй! - тип сарылда ла ебәр. Сөнки шундай шаңҡығайным, ытырғанғайным. Теге тракторист ырғып тороп, сыға һалып китте. Баянан бирле мин йылмайып тик ултырғас, әһә, был бисә ҡалай тиҙ генә ыңғайланы, тигән булған микән.
– Уф, Аллам! – тип илап та ебәрҙем. Тауышҡа ирем килеп инде. Нимә булғанын саҡ һөйләтеп алғас, башта рәхәтләнеп көлдө, унан теге ирҙе саҡырып алып, ғәфү үтенергә ҡушты. Уныһы ярлыҡау һорап, эшкә сығып та киттеләр. Ә мин үҙемде әрләй-әрләй, илай-илай тағы сәй яһап алып ултырып ҡалдым.

Тауыҡ төшөнә тары тигән хәл булды был...

Зөлфирә ТАҺИРОВА.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: