+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңы "Һәнәк"!
27 Май 2022, 14:00

Тәрбиәсе

– Ҡәйнәм, бөгөн балалар менән ултырып тора алмаҫһығыҙмы икән? – килене шылтырата.– Юҡ, килен, ваҡытым юҡ.– Улығыҙ менән ялыбыҙ тура килгәндә эш менән йөрөп килһәк тигәйнек...

Тәрбиәсе
Тәрбиәсе

– Ярар, булыр әле мәлегеҙ. Беҙ бөгөн районға сығабыҙ, унда Мәскәү ҡунаҡтары килә, төш башынан кейенеп клубта булырға тейешбеҙ.
Килене үпкәләүен белдерергә теләптер, йәһәт кенә трубкаһын һалды. Ул арала бабайы һүҙгә ҡушылып китте:
– Ҡасан бөтөр икән шул байрамдарың? Бөгөн тағы һыйырҙар һауылмай инде...
– Һыйыр важныраҡмы, әллә Мәскәү ҡунаҡтарымы? – иренән артыҡ ыжламай ул Заһира, шуға ла ике ҡулын бөйөрөнә таянып баҫты.
– Мәскәүҙәр ашатамы һине? Йәш танаң шулай аҙнаһына бер һауылып йөрөп бөтөнләй ҡулдан ысҡынды, яҡын да барырлыҡ түгел. Баҡсаны ҡый баҫҡан. Бәпкәләрең юғалып бөттө. Ә һинең байрам да туй, семинар ҙа фестиваль, ҡунаҡ та сара. Эшләп йөрөйһөң тиерһең?
– Эштән дә етдирәк беҙҙең эш! Беҙ халыҡты тәрбиәләйбеҙ!
– Үҙебеҙҙекеләрҙе тәрбиәләйек әле башта. Ана, килен нисәнсегә инәлә, ейәндәреңә өләсәй булып өйрәнергә ваҡыт. Кинйә улыбыҙ өйләнмәй утыҙҙы үтте, шуға берәй арыуыраҡ ҡыҙ ҡарап әпирешәйек.
— Һин дә шул уҡ олатай һәм атай. Бар, ҡараш, әпир кәләшен дә.
– Ундайҙы ҡатын-ҡыҙ, бына һинең кеүек йәшәрен йәшәгән, белерен белгән инәй-апайҙар, өләсәйҙәр башҡарырға бурыслы.
– Юҡты һөйләмә, мин бер кемгә лә бурыслы түгел. Үҙҙәре тапҡан балаларҙы үҙҙәре ҡараһын. Ә улыңа мин бисә эҙләп йөрөмәм инде, үҙеңә оҡшап бешмәгән булғас...
Шулай кәйефен төшөрөп маташһалар ҙа, бирешмәне Заһира, милли күлдәктәрен, тәңкәле яулыҡтарын ябынып алып клубҡа китте. Унда йыйылған ҡатындарҙы автобусҡа тейәп районға елдерҙеләр. Бөтә район алдында йырлап-бейеп, күргәҙмәләр күрһәтеп көн үтте. Кисен район ҡатын-ҡыҙҙары алдында илһамланып доклад уҡыны. Доклады “Өләсәй – ғаиләнең ҡото” тигән темаға ине.

Һәҙиә УСМАНОВА.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: