+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңы "Һәнәк"!
28 Май 2022, 11:00

Әсәйең һине ярата...

Хөснәнең улы берәү генә. Берҙән-бер, ғәзиз, ҡәҙерле һәм ҡабатланмаҫ. Уның улы менән башҡа бер бала ла сағыша алмай.

Әсәйең һине ярата...
Әсәйең һине ярата...

Ул улына бөтөн яҡшы нәмәләрҙе бирергә, насарлыҡтарҙан ҡамаларға тейеш, бер нәмәгә лә мохтаж итмәҫкә, зарыҡтырмаҫҡа һәм хатта илатмаҫҡа ла...
Балалар баҡсаһына алып барғанда ул бәләкәсен шулай өйрәтеп индерҙе:
– Уйынсығыңды бүлешмә. Ул һинеке генә, һиңә уны әсәйең һатып алған. Берәүҙән дә еңелеп торма, ҡыҙҙарҙан – тем более, һуҡһалар – һуҡ, тешләһәләр – тешлә. Тәрбиәсе әрләһә, миңә әйт, кәрәктәрен бирәм. Әсәйең һине ны-ыҡ ярата, улым.
Мәктәпкә лә кәңәштәр булды:
– Дәресеңде ҡыҙҙарға күсертмә, аңра булып тыуғандар икән – йәшәһендәр шулай. Ҡәләмеңде лә биреп торма, үҙҙәренеке булһын. Мин барыһын да һинең өсөн генә алам, булдырам, балам. Әсәйең һине өҙөлөп ярата.
Юлға оҙатҡандағы вәғәздәр:
– Автобуста берәүгә лә урын бирмә. Ҡатын-ҡыҙҙарға ла, әбейҙәргә лә, хатта йөклөләргә лә. Уларҙың ауырлы булғанында һинең һис ғәйебең юҡ. Мин бит һиңә ауырлыҡ һалмайым улай. Сөнки, әсәйең һине бик-бик ярата.
Хеҙмәкә йәше еткәс:
– Армияға бармайһың, улым. Һалдат булыу ул – уңмаған егеттәр эше. Кирза итек кейеп, автомат тотоп йүгереп йөрөһөн өсөн үҫтермәнем һине. Түләйем – алып ҡалам, түләйем – уҡытам. Илде, ана, уҡымағандар һаҡлаһын. Һине мин тыуҙырҙым, мин үҫтерҙем, ил түгел. Әсәйең бит һине шундай ярата.
Ғашиҡ булғас:
– Ул ҡыҙ тип иҫең китмәһен, улым. Ҡыҙҙар тип расхтланып өйрәнмә. Сәскәгә? Кафеға? Һин нимә?! Ҡыҙҙар халҡы ул шундай хәйләкәр, аҫтыртын зат! Ул хәҙер генә һинең кеҫәңә инеп ултыра. Бер тинеңде лә сығарма. Мин һине уйлап әйтәм. Әсәйең генә һине шулай ярата.
Улына 40 йәш булғанда:
– Бөгөн һиңә ун биш тапҡыр шылтыраттым, ун алтыһынсыһында ғына алдың, улым. Нимәгәме? Ә былай... асыҡманың, өшөмәнең, йонсоманың микән тип кенә. Кисә ике балалы коллегаңды машинаңда алып барып ҡуйғанһың икән... Улым, ул йылан ҡатын һиңә ике балаһын аҫырға уйлайҙыр. Һинең кеүек фатирлы, машиналы, тәрбиәле егетте эләктерергә генә тора ул балалы ҡатындар. Башҡаса яҡын бараһы булма! Улар барыһы ла һине алдай, ә әсәйең эскерһеҙ ярата.
Әсәһе түшәктә ятҡанда:
– Ул-ымм... бөтөн мәлкәтемде һиңә ҡалдырам... Берәүгә лә бирә, тәләфләй күрмә... Минһеҙ нисек булырһың икән?.. Минһеҙ... әсәйең бит һине үлеп я-а....
Улы (бөтөн йәшәйешендә):
– Ни өсөн мине береһе лә яратмай?

Сәйҙә ҒАРИПОВА.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: