+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңы "Һәнәк"!
18 Июнь 2022, 15:00

Айныҡ

Ҡойма ямғырҙан һуң ауыл урамында йәш ир олорағын алып ҡайтып бара.

Айныҡ
Айныҡ

– Һин, туған, миңә эскәнһең, тиһең. Айныҡ мин... Әгәр эскән булһам, ана, анауы күләүектең уртаһында ятыр инем... Аңланың...
Шулай тип һөйләнеп бара торғас, урамда тулып ятҡан күләүектәрҙең береһенә барып та төштө.
– Әйттем бит, — тине йәше, көйә биреп.
– Ни-нимә әйттең? Телеңде тый!.. Мин – ай-йныҡ! Әле бары иҫерек кешенең практикала нисек булғанын ғына күрһәттем. Аңланыңмы?
– Аңланым, ағай, һин айныҡ ул...

Мулла

Зәбир ағай ҡыҙыҡ кеше ул. Кешеләрҙең исеменә “мулла” һүҙен ҡушып өндәшергә ярата. Был юлы ла, ҡала урамында элекке бер танышын осрата ла, әйтә икән:
– Һаумы, Сәғит мулла.
Тегеһе аптырай икән:
– Исемемде онотмағанһың, молодец! Тик бына мулла икәнемде ҡайҙан белдең?
Ағай яуаплай икән:
– Белмәй һуң! Хәҙер бит беҙҙә һәр икенсе әҙәм – мулла.

Тимер МӨХӘММӘТ.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: