+29 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Яңы "Һәнәк"!
21 Июнь 2022, 11:00

Ғалим

Мазһар Мансурович ректорҙың кабинетынан артына ут ҡапҡандай өтәләнеп килеп сыҡты ла шунда уҡ телефонына йәбеште:– Алло, алло! Ғәлимә! Тиҙ арала ҡайтып ет! Көҙгә тигән кисәне киләһе айға шылдырҙылар.

Ғалим
Ғалим

Ҡаҙағстандан ҙур делегация килә, шунда бер ыңғай шаулатып ғилми конференция һәм минең юбилей тантанаһын үткәрмәкселәр. Үҙең беләһең дә инде, минең ғилми теманы! “Фәнни эшмәкәрлеген төрки телдәрҙе сағыштырыуға арнаған ғалимдың тантанаһы был сараға ныҡ дан буласаҡ!” - тине ректор. Ғәли Вәлиевич үҙе шулай тине, ышанаһыңмы?! Тик һин тиҙерәк ҡайтып ет инде, Ғәлимә... – һүҙенең аҙағын нисектер иламһырап, эште нимәнән башларға белмәгән балалай тамамлап ҡуйҙы Мазһар Мансурович. Теге яҡ остан “ярай, ярай” тигән ҡыҫҡа ғына яуап яңғыраны.
Юбилейын үткән айҙа уҡ билдәләне ул. Балаларын, туғандарын йыйып, күркәм генә кафела табын ҡорҙолар. Арыу уҡ ҡотлауҙар, тәбрик һүҙҙәре ҡабул итте Мазһар Мансурович. Коллегалары, студенттары ҡотланы, гәзиттәрҙә мәҡәләләр ҙә донъя күрҙе, “Юлдаш” радиоһына интервьюға ла барып ҡайтты. Ни тиһәң дә, 60 йәш йыл һайын тулып тормай бит! Ошо мәшәҡәттәрҙе йырып сығып, аҙыраҡ тын алғас, Ғәлимәһе 80-де уҙған әсәһе янында булып киләм тип, өлөкөгөн генә тыуған яғына юлланғайны. Хәҙер бына ҡайтармайынса булмай, унһыҙ бит Мазһар Мансурович ҡулһыҙ, күҙһеҙ, ҡолаҡһыҙ...
Уңды ҡатынынан Мазһар. Ғәлимә лә унан уңды, әлбиттә. Ғалим, профессор менән йәшәү бәхете һәр кемгә эләкмәй! Ярай, Ғәлимә ҡайтһа, барыһы ла яйға һалыныр. Ошондай уйҙар менән Мазһар Мансурович ҡайтыу яғына ыңғайланы. Ниңәлер ҡапыл Ғәлимәһе менән танышҡан мәлдәре иҫенә төштө.
...Әрме хеҙмәтенән ҡайтып, һалдат формаһын да сисмәйенсә, имтиханға юлланды Мазһар. Хәрби кейемдә булыуы үҙенә ҙур плюс булыр тип уйламаған да ине, ә шулай булып сыҡты. “О-о, беҙгә һалдат уҡырға килгән!”, “Ҡайҙа хеҙмәт иттең?” тип ҡыҙыҡһынмаған уҡытыусы ҡалмағандыр. Унан да бигерәк береһенән-береһе һылыу абитуриент ҡыҙҙарҙың иғтибарын тойоуҙан бер башҡа үҫеп киткәндәй булды. Мәктәп программаһын ярайһы уҡ тоҙлаған кисәге һалдатҡа һәр имтихан алыусы миһырбанлыҡ күрһәтеп, белмәгән урындарына күҙ йомоп, яҡшыраҡ баһа ҡуйырға тырышты. Шулай итеп, студент булып китте Мазһар!
Шаулап-гөрләп торған студент тормошо, уҡыуҙар башланды. Рус теленән тәүге дәрестәрҙең береһендә үк диктант яҙҙылар. Илле кешенең унауһы “икеле” билдәһе алды. Шуларҙың береһе Мазһар Биктырышов булып сыҡты. Ике төркөмдән, йәғни баяғы илле кеше араһынан бер генә ҡыҙ “бишле”гә яҙған. Уҡытыусы “Кем бында Ғилембаева Ғәлимә?” тип һорағас, тәбәнәк кенә буйлы, күҙлекле ҡыҙ тороп баҫты. “Афарин! Бишле! Бер хатаһыҙ яҙғанһың!” тигән маҡтау һүҙҙәренән уңайһыҙланып, ҡыҙсыҡ ҡолаҡ остарына тиклем ҡыҙарҙы, күҙлеген төҙәткеләне.
Икенсе көнө үк Мазһар Ғәлимә янына күсеп ултырҙы һәм биш йыл буйы улар Ишәй менән Ҡушай кеүек айырылмаҫтан тағылып йөрөнө. Семинарҙарға, имтихандарға бергә әҙерләнделәр, реферат, курс эштәрен бергә яҙҙылар. Дөрөҫөрәге был эштәрҙең күбеһен Ғәлимә башҡарҙы. Әйкәндәй, баяғы, тәүге уңышһыҙ диктанттан һуң Мазһар бер ваҡытта ла диктантты “икеле”гә яҙманы, Ғәлимәнән күсереп, “бишле”гә яҙып маҡталды.
Һуңғы курстарҙа Мазһар уңайы сыҡҡан һайын аспирантураға инергә, фән юлынан китергә теләге барлығын белдерҙе. Уҡытыусылар ҙа уға өмөт бағлауын йәшермәне. Беренсе-икенсе курстарҙа алған бер нисә “өслө”һөн төҙәтеп, ҡыҙыл диплом алыуға өлгәште. Әлбиттә, былар барыһы ла Ғәлимәнең ярҙамынан тыш булманы инде.
Ғәлимәне республиканың иң алыҫ районына эшкә тәғәйенләнеләр, ә Мазһар, аспирант булараҡ, Өфөлә ҡалырға тейеш ине. Шунда ҡапыл уның башына ут ҡаптымы ни?! Ғәлимәнең ярҙамынан тыш ул аспирантурала нисек уҡыр? Нимә эшләр?
– Ғәлимә! Беҙ өйләнешәбеҙ!
– Нисек? Ҡасан?
– Бына шулай. Хәҙер үк, бөгөн үк ғариза бирәбеҙ! – Быны шул тиклем ышаныслы итеп әйтте, ҡыҙға уйларға урын да ҡалдырманы. – Мин һине бер ҡайҙа ла ебәрмәйем! – тип тә өҫтәгәс, ҡыҙыҡай йылмайып уҡ ебәрҙе.
Шулай һәүетемсә генә йәшәп алып киттеләр. Ятаҡтан бүлмә алдылар. Ғәлимә эшләне, Мазһар аспирантурала уҡыны. Буласаҡ ғалим фән менән шөғөлләнһен өсөн ҡатыны бер мәшәҡәт тә һалмаҫҡа тырышты. Улы менән ҡыҙын да башлыса үҙе баҡты, йорт мәшәҡәттәрен дә үҙ иңенә һалды.
– Ғәлимә, мәҡәлә әҙерләп, фәнни журналда баҫтырырға кәрәк ине...
– Ғәлимә, киләһе аҙнала ғилми кәңәшмәлә сығыш яһайым...
– Диссетациямдың хаталарын тикшереп, машинкала баҫырға кәрәк...
– Рецензенттар мәҡәләне үҙемә яҙырға ҡушты, зинһар ярҙам итеп ебәр...
– Ғәлимә... Ғәлимә... Ғәлимә...
Яҙҙы, әҙерләне, тикшерҙе, төҙәтте, баҫты, баҫтырҙы, сағыштырҙы, баһаланы Ғәлимә. Һөҙөмтәлә уның һөйөклө ире – Мазһар Мансур улы Биктырышов фән кандидаты, унан фән докторы, профессор булып танылды. Кемгә эләгә әле бындай бәхет?! Ә бына Ғәлимәгә эләкте!
...Әле бына сәхнә түрендә май ҡояшы кеүек йылмайып ултыра Мазһар Мансурович. Шул тиклем күп матур һүҙҙәр әйттеләр, Ҡаҙағстандан килгән ҡунаҡтар ҙа уның фән донъяһына индергән өлөшөн юғары баһаланы. Бындай иғтибар-хөрмәттән күңеле булған Мазһар Мансурович ҡарашы менән ҡатынын эҙләп табып, ҡәнәғәт йылмайыу менән уға баҡты...

Гөлдәр ЯҠШЫҒОЛОВА.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: