+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңы "Һәнәк"!
22 Июнь 2022, 15:00

Әкрәм Ҡәйепҡоловтан сәләм!

(Ауыл мәҙәктәре) Бөгөн төндә береһе санаға, икенсеһе арбаға егелгән ике һәүерек ат ҙур тиҙлектә бәрелешеү һөҙөмтәһендә, ике кеше коронавирустан үлә яҙған. 

Әкрәм Ҡәйепҡоловтан сәләм!
Әкрәм Ҡәйепҡоловтан сәләм!

Береһенең ауыҙынан төрөпкәһе ырғып киткән, икенсеһенең сыбыртҡыһының һабы һынған. Бәхеткә күрә, икеһе лә тажғәжәпкә ҡаршы вакцина яһатҡан булғандар.

***

Төш мәлендә бер әҙәм килеп инде лә:
– Тупһаңда ла, соланда ла, өйөңдә лә лампочка яна, ниңә һүндермәйһең? – ти.
Мин:
– Хәҙер баҙар иҡтисады, үҙҙәре аҡса эшләп өйрәнһендәр, – тип яуап бирҙем.

***
Ике аҙна элек Баймаҡта продмагта ят емеш күреп ҡалдым. Алма кеүек тумалаҡ, үҙе йәшел, бешеп етмәгән, күрәһең. Атамаһы – киви. Ҡыҙыҡ күреп, 5 кенә бөртөк һатып алдым да, помидор һымаҡ ҡараңғыла бешер әле тип, ҡайтҡас, француз яулыҡҡа төрөп ҡараңғыға һалып ҡуйҙым. Өс көн үтте – йәшел көйө, аҙна үтте, 12 көн – һаман да йәшел. Бөтөнләй етлекмәгән нәмә һатҡандар икән, тип, бөгөн, асыуланып, сығарып ташлағайным, үтеп барған һарыҡтар талашып ашаны. Эстәренә тейһә, белерҙәр әле.
Иҫкәртәм! Киви алһағыҙ, ҡыҙарып бешкәнен генә һайлағыҙ, минең кеүек алданып ҡуймағыҙ!

***
Кисә булған хәл. Бер танышҡа магазиндан ҡайтыуҙа йомош менән һуғылдым. Тышта ҡатыны эзбиз ҡайнатырға йөрөй. Күнәген тотторҙо ла:
– Ҡәйнеш, мә һыу алып килеп ошо эзбизде һал әле, – тип, миңә ҡушты ла, ҡайҙалыр йүгереп сығып китте. Ҡыҙыҡ итәйем быны тип, эзбизгә өҫтәп бер пачка “Нури” сәйен ауҙарып сығып киттем. Бөгөн ҡыҙығын күрәйем тип барһам, мейесен аҡлаған, дөрөҫө – буяған, шул хәтле матур, ҡыҙғылт көрән булып ялтырап ултыра. Аптыра­ған булып, мейесте буяғанһығыҙ икән тигән булғайным, еңгәй:
– Эзбиздең сорты шулай булған микән, буяу һымаҡ бик матур килеп сыҡты, бөтмәҫ элек тағы алырға уйлап торам әле, – тип яуап бирҙе.
Бына һиңә, уйындан файҙалы уймаҡ.

***
Кисә Баймаҡта бер магазинға инһәм миңә “пүнәтәй” булырға тәҡдим иттеләр. Аҡса түләйбеҙ тигәстәр, риза булдым. Келәткә индек. Тоҙ үлсәйҙәр ҙә, акт төҙөп “Газел"гә тейәйҙәр. Мин дә булышам. Һуңынан тоҙҙо ҡыйлыҡҡа алып барып түктек. Аҙаҡ ҡыҙыҡһынып һорағайным, тоҙҙоң срогы үтеп әсегән булған икән.
Икмәк-тоҙлоҡ аҡса биргәйнеләр, автобуста ҡайтып етеүгә лә етмәне. Ниғәмәттә төшөп ҡалып, ҡалған 6 саҡрымды «топай Мәхмүт» ҡайттым.

***
Һатыусынан, нисек йомортҡа хәләл була, тип һорағайным:
– Фермалағы әтәстәрҙе сөннәт­ләгәндәр, – тип яуап бирҙе.

***
Хайуандар, ҡоштар һәм бөжәктәр араһында йыр буйынса конкурс үткәрелгән икән. Сәмле ярыш бер нисә көн дауам иткән һәм абруйлы ЖЮРИ бер тауыштан ГРАН -ПРИгә сәхнәлә ырғып, баҡылдап йөрөгән тәлмәрйенде лайыҡ тип тапҡан. Ҡалған урындар Бүрегә, Ҡарғаға һәм Сиңерткәгә бирелгән. Һандуғасты, башҡа йырсыларҙан тәжрибә алып, өйрәнергә ҡушып, ярышҡа индермәй бороп ҡайтарғандар, ти.
Сөнки Һандуғастың конкурсҡа ебәргән яҙмаларын абруйлы музыка белгестәре архаик тип тапҡандар икән.

***
Әле элекке фотоларҙы һәм хәҙергеләрҙе ҡарап сағыштырып утырҙым һәм шундай һығымтаға килдем: ҡыҙҙар хәҙер бабушка, егеттәре абышҡа икән.

***
Баймаҡта магазин янында Осаго, Каско һәм башҡа нәмәләрҙе страховкалауға саҡырған иғлан элеп ҡуйғандар. Бер әбей минән:
– Улым, күҙем күрмәй, мынауында нимә яҙылған ул? – тип һорағайны.
– Осаго, Каско алығыҙ, тип яҙылған, – тип яуап биргәйнем, әбей:
– Ыста, ғибрәт, осаға ла маска кейергә ҡушалармы? – тип ҡысҡырып ебәрҙе.

***
Халыҡ картуф ала башланы. Бер нисә кеше­нән, ям­ғыр яумаһа ла уңған, тигән­дә­рен ишеттем..
Ҡайһы кеше мундир ярата, берәүҙәр ҡыҙҙы­рылғанды, икен­се­ләре майға иҙел­гәнде.
Һорау: һеҙ нисек бешкәнен ашарға яратаһығыҙ?
Мин ҡыш көнө картуфты тышҡа ултыртып ҡуям. Таш кеүек туңа. Кистән үҙемә бер ашарлығын өйгә индерәм. Таң атҡансы иреп йомошара. Бешереп тормайым, әрсейем дә, тоҙға манып ашайым. Во, деликатес!

 

Әкрәм Ҡәйепҡоловтан сәләм!
Әкрәм Ҡәйепҡоловтан сәләм!
Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: