+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңы "Һәнәк"!
24 Июнь 2022, 14:00

Элеп ала, һелкеп һала!

Һәнәк: – Һаумы, минең төртмә телле авторым – Камил Фазлый!Камил Фазлый: – Һау ғынабыҙ әле. Үҙең нисек, “Һәнәк” дуҫ!

Элеп ала, һелкеп һала!
Элеп ала, һелкеп һала!

Һәнәк: – Һәүетемсә. Ә бына һинең беҙҙең сатира яланында тормоштоң ҡырын күренештәрен фашлай башлауыңа ярты быуат булып килә. Тәүге шиғырыңды ла хәтерләйем әле.
Ә бер таныш бер тәүлектә
Аҙна буйы эшләгән.
Шул ҡәҙәрле эшләүенә
Ус төбө лә шешмәгән.
Шешмәһә лә, эшләгәнгә
Аҡса ала тултырып.
Сөнки йәшәй бер юлы биш
Ставкаға ултырып, – тип, еңел аҡса үҙләштереүселәрҙе тәнҡитләгәйнең ул саҡта. Хәйер, тәртәнән сыҡҡан кемдәрҙе генә утлы табала бейетмәнең икән! Тәнҡиттәрең өсөн үҙеңә лә эләкмәнеме һуң?
Камил Фазлый: – Һорап тораһың! Сатириктың башынан кем һыйпаһын инде, аҙым һайын “эләктерәләр”. Әйтәйек, элегерәк ауылыбыҙ урамдары үткеһеҙ батҡаҡ ине, йәйен дә резинка итектә йөрөнөк. “Яҙ бына ошо хаҡта!” – тине күршем Әхмәт ағай, – ҡурҡһаң, минең исемде яҙ!” “Беҙҙең Робинзон утрауы” тип яҙып ебәреүем булды, һин, “Һәнәк” дуҫ, журнал битендә көнөнә-сәғәтенә баҫып сығарҙың. Ә иртәгеһенә, таң әтәстәренән алда тороп, УАЗ-игынан зәңгәр төтөн борҡотоп колхоз рәйесе минең ҡапҡа төбөнә килеп тә туҡтаны.
– Һин яҙҙыңмы быны? – ти, журналды һауала болғап. Мин, йәш кеше, шөрләп төштөм.
– Юҡ... күрше Әхмәт ағай...
– Юҡты һөйләмә! – ти рәйес. – Әхмәт ағай Робинзонды ҡайҙан белһен?
Ярай әле тәҙрәнән күреп ҡалып Әхмәт ағай миңә ярҙамға ашыҡты.
– Нишләп белмәйем, ти, Робинзонды! Робинзон менән мин бергә һуғышҡан, окоптарҙа ятҡан, ҡан ҡойған. Һин әле ул саҡ ыштанһыҙ малай ғына инең, - ти. – Егеткә ҡысҡырғансы, юлдарҙы рәтләр инең.
Ризалашты рәйес. Шулай итеп, рәйестең тырышлығы, һинең үткер йәбең аша, “Һәнәк” дуҫ, аҙна- ун көн эсендә юллы булдыҡ.
Һәнәк: – Шиғырҙарың да бик үткер булды бит һинең, хәтереңдәме, бер бит тултырып баҫтыҡ?
Камил Фазлый: – Һөҙөмтәһе нимә тиһең? Кискә, мунсанан һуң, ҡарсығым менән һин бүләк иткән сәйгүндән һинд сәйен һемереп ултырғанда, колхоз персидәтеле шылтырата. Хәҙер үк идараға килеп ет, ти. Барып инһәм, шығырым тулы халыҡ. Хатта райсовет персидәтеленә тиклем килгән. Бөтәһенең дә ҡулдарында “Һәнәк” журналы. Көлә-көлә уҡыйҙар ҙа, унан үҙ-ара эләгешеп китәләр.
– Һин ғәйепле, – ти рәйес бригадирға.
– Газға минең ҡыҫылыш юҡ! – тип, бригадир газовикты ғәйепләй.
Идара ултырышын йыйыу өсөн, “Һәнәк” дуҫ, минең һиндә сыҡҡан “Льгота” шиғыры сәбәпсе икән. Унда бындай юлдар бар:
Ауыл уҡытыусыһы беҙ,
Ауылда көн күрелә.
Уҡытыусы булған өсөн
“Льгота”лар бирелә.
Газлы баллон һатып ала
Колхозсы үҙ хаҡына.
Коммерческий газдар ҡайта
Уҡытыусы халҡына.
Колхоздан иген бирәләр
Башҡаға үҙ хаҡына.
Алтынға әйләнеп “тама”
Уҡытыусы халҡына.
Башҡаларға бесәнлек тип,
Баҫыу– ҡырҙар бүленә.
Рәхим итә уҡытыусы
Кесерткәнлек түренә...
Бер һүҙ менән, “Һәнәк” дуҫ, ултырыш эҫе мунсалай “ҡыҙыу” үтте, һинең үткер йәптәрең бик күп етешһеҙлектәрҙе аҡтарып атты.
Һәнәк: – Әле ауылыңды почтальонлы ла иткәнһең, тип ишеттем. Шул дөрөҫмө?
Камил Фазлый: – Иҫеңдәме, үткән һандарҙың береһендә “Төртмә тел” рубрикаһы аҫтында бер шәлкем ҡеүәтле итеп әсегән шиғырҙарымды биргәйнең? Унда ауылда мәктәп, мәҙәниәт усаҡтарының, почта бүлексәһенең ябылыуы тураһында һүҙ алып барылды. Баҡтиһәң, бөгөнгө етәкселәр ҙә һине яратып уҡып, уй– фекерҙәрең менән ҡыҙыҡһыналар икән. Шиғырҙарым баҫылыу менән ауыл хакимиәте башлығы “Һәнәк” журналын һәм мул күстәнәстәр күтәреп үҙе өйгә килде. Уны күреү менән прәме ҡотом ботома төштө. Тиргәр инде быныһы ла, тиһәм, ҡолағым яңылыш ишетәме, ышанһаң ышан, ышанмаһаң– юк, тәнҡит яҙғаным өсөн рәхмәт әйтеп тора.
– Нишләйбеҙ, Камил Фазлый? – ти. – Яҙғандарың дөрөҫ. Ләкин тотош пенсионерҙарҙан торған ауылда ҡайҙан почтальон табырға?
Ултырып һин бүләк иткән сәйгүнде һыҡҡансы ғәпләшеп күстәнәстәр менән сәй эстек тә, уйлаша торғас, ауыл активын да эшкә егеп, йорттар буйлап почтальон эҙләргә керештек. Һәм таптыҡ. Күмәк көс яу ҡайтарған, тип, юҡҡа әйтмәйҙәр шул. Күп балалы, бик егәрле бер ханым бөгөн бөтәбеҙгә шатлыҡ өләшеп, өйҙәргә почта тарата, шулар араһында иң тәүҙә һине, “Һәнәк” дуҫ.

Һәнәк: – Һай, афарин, Камил Фазлый! Бына шулай гөрләшеп бергә йәшәнек инде беҙ.
Камил Фазлый: – Бергә йәшәйек, “Һәнәк” дуҫ. Һин– халҡыма кәңәшсе һәм таяныс, миңә лә ғүмерлек юлдаш!

Әңгәмәне Рәлиф КИНЙӘБАЕВ ишеттерҙе.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: