+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңы "Һәнәк"!
25 Июнь 2022, 13:00

Һай, ғәләмәт

*Һыйыр мөгөҙөн февраль ғына түгел, ветеринар ҙа һындыра ала.*Сысҡан булмаһа бесәйгә хөрмәт кәмей. Сысҡан да балаһын бесәйҙе хөрмәт итергә өйрәтә.

Һай, ғәләмәт
Һай, ғәләмәт

*Битлек кейеү арҡаһында күпме битһеҙлектән ҡотолдоҡ.
*Берәүҙәргә шәхси паталогоанатом да кәрәк.
*Тикшереүселәр уҡытыусыларҙың нисек итеп ата-әсәләрҙе балаларын уҡырға өйрәткәнен тикшерә.
*Һыйыр көтөүсөһөҙ ҙә тамағын туйҙыра ала.
*Айырым кешеләргә айырым шарттар тыуҙыра торғас, берҙәмлек иҫкә төшә.
*Һәр түрәне аҡлаусы закон сығара торғас, депутаттар фирғәүенгә әйләнмәнеме икән?
*Йәйәү етер ергә лә машинаға атланғас, аяҡ үҙенең кәрәкһеҙлеген аңлап ҡалды.
*Интернет өйҙә үҙенең баш икәнен белһә, бөттө баш.
*Фотоға төшмәйенсә генә халыҡ өсөн берәй сара үткәрергә яраймы?

Әлфиә ЮЛЫҠ.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: