+24 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Яңы "Һәнәк"!
26 Июнь 2022, 11:00

Сумка

Ашығып урамда барғанда телефоным шылтыраны. Ала һалып яуап бирәйем тиһәм – табырһыңмы? Сумкамдың төбөндәме, ниндәйҙер эске кеҫәһендәме тауыш бирә биреүен, тик – ҡайҙа?

Сумка
Сумка

Ҡабаланып сумка эсендәгеләрҙе болғаным, аҡтарҙым, тик телефон табылманы. Аныңғайы тырнаҡ эсемә нимәлер төртөлдө, тертләп ҡулымды ҡапыл тартып алғайным, бармаҡтарыма наушник ептәре эләгеп сығып, уның ауына ниндәйҙер квитанциялар сыуалған булып, улары асфальт буйлап ырғый-һикерә осоп та китте. Кәрәк нәмә булһа булғандыр инде, тота алманым. Ул арала телефон тынысланып та ҡуйҙы. Ярай, ҡайтып ингәс яуап бирермен әле тип уйланым да, ары киттем. Өйгә етәрәк асҡысты эҙләү маҡсаты менән тағы шул сумкамдың оло ауыҙын астым. Өҫтә ятҡан булка һәм һөт шешәһен ҡултыҡ аҫтыма ҡыҫтырып, төпкә тығылдым. Бер төйөрөм генә бәйләм булып ҡулға эләгергә тейеш ул асҡыстар. Тә-әк... быныһы ҡайсы... быныһы – пилка... зарядник... Асҡысҡа барып етеү өсөн сумканан блокнотты, эш ҡағыҙҙарын, планшетты һәм кручогы менән бәйләмде алып торорға тура килде. Ниһайәт, ишекте асып индем.
Бая булған шылтыратыу иҫемә төшөп, тағы сумкамдың эсен аҙыраҡ болғаштырҙым да, ҡәһәтләнеп китеп, унда ревизия яһап алырға булдым. Шулай уҡ телефон һынлы телефон юғалырлыҡмы эсендә? Ике китапты сығарып ситкә ҡуйҙым. Күҙлек футлярын, һыулы салфекаларҙың оло ҡабын, эш блокнотын да алдым. Ҡул һәм бит кремдарын, сәскә һиптерә торған лакты, массажкамды, көҙгөмдө лә таптым. Һа! Теге мәл һатып алып та ҡайҙа ҡуйғанымды иҫләй алмаған яңы колготки бында ята! Ҡыуанып киттем. Үткән командировкала йөрөткән теш пастаһы менән щеткаһы ла ошонда икән. “Йә, бәлки” тип һалып алған энә-еп тә бар... Төпкәрәк төшһәм, бесәйгә күстәнәскә тип тотоп барып та, сығармаған консерва банкаһы килеп сыҡты. Йә инде! Туғандарҙың бесәйен һыйлармын тигәйнем шул... А-а! Быныһы эштә ҡыҙҙарға эсерермен тигән теге сәй ҡумтаһы. Эргәһендә шыптыр моҡсайға һалынған ярты килолай кәнфите лә бар. Шәп булды әле, иртәгә өҫтәлгә ҡуярмын, тип уйлап, сәй-кәнфитте кире һалдым. Бынау бесәй тамағын да ошо көндәрҙә индереп китәрмен әле. Ятһын уныһы ла. Паста-щеткалары ла тороп торһон, был аҙнала тағы командировка. Энә-ебе лә... Крем да көн дә кәрәк, помадаһы ла, пудраһы, сәс лагы ла, массажка ла. Бәйләмде лә төшкө аш мәлендә тотам бит... Планшет та ҡапыл кәрәк була... Блокнот һәр саҡ ҡул осонда. Диктофон да... туфли таҙалау өсөн... һағыҙ...духи...салфеткалар... ручка... Был ҡайсы нимәгә һуң ул? Теге мәл итәктең һүрелеп торған ебен ҡырҡып ташларға ҡайсы тапманым бит. Ятһын. Ә бынау колготки? Ни бысағымамы? Ҡуй, булһын – запас. Эй, бынау ҡулъяулыҡ нимәгә йөк булып йөрөй? Ысынлап! Салфетка бар, ҡағыҙ таҫтамал бар, мамыҡ дисктар бар. Алып ташлайым әле быны, исмаһам сумкам еңеләйһен... Шул саҡ баяғы телефон “терелеп” китте. Китеүен китте, әммә ҡайҙа? Телефонды табыу өсөн тағы сумкамды аҡтарам: сәй... щетка... тараҡ... пудра...

Һәҙиә УСМАНОВА.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: