-5 °С
Ясна
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңы "Һәнәк"!
18 Июль 2022, 15:00

Көтөүсе

Хәҙер бит ауылдарҙа көтөүсе юҡ бит. Тапмайҙар көтөүсе. Уҡытыусылар менән быуа быуырлыҡ, юристарҙы йыйып алып ҡыйға алып барып түгерлек, иҡтисадсылар ауыл идараһында ла тиҫтәләп ултыра, әртистәр донъяны баҫты, ә бына көтөүсе – юҡ.

Көтөүсе
Көтөүсе

Борон һәр икенсе бала үҙенең һауынсы йә көтөүсе булырын белә ине. Уҡытыусылар ҙа быны иҫенә төшөрөп кенә тора ине. Хәҙер – ҡайҙа ул? Балаларҙы президент йә бизнесмен булыуға ғына әҙерләйҙәр. Бизнесмен йә президент була алмайҙар икән, өйҙә яталар. Көтөүсе генә булырҙар ине, был һөнәрҙең нескәлектәрен белмәйҙәр.
Ә көтөүсе ул беҙҙең ата-бабаларыбыҙҙан ҡалған шундай серле һәм үҙенсәлекле барған һөнәр. Уға бер ҡайҙа ла уҡытмайҙар. Уға өйрәтмәйҙәр. Ул бары тик күңел талабы аша ғына үҙләштерелә һәм ҡабул ителә торған шөғөл. Һәм бары тик елкәле, сабыр һәм арыу-ялҡыу белмәҫтәр генә был боронғо кәсепте дауам итә ала икән. Һәм тағы ла баштағыһына урап ҡайтам: ауылға көтөүсе кәрәк.

Сәйҙә ҒАРИПОВА.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: