

Алдым да бешереп ҡарарға булдым. Иремде шаҡ ҡатырайым әле. Юғиһә, әсәһенә барып ашайыҡ, ти ҙә тора.
Иң беренсе сөм тәгәс алырға ҡушылған. Алдым. Унда сел йомортҡалары һытырға тигән. Теге, бәләкәй генә, таплы йомортҡалар. Ғүмерҙә лә алғаным юҡ, әммә кәрәк булғас, йүгереп сығып килдем. Һыттым. Туҡыным. Ары ҡараһам – кукуруз оно кәрәк. Тағы сыҡтым. Таптым тегене. Массаны туғып ҡуйҙым да... һыйыр теле артынан саптым. Ҡаланың ит магазиндарында бөтә нәмә лә бар бит инде, аҡсаң ғына булһын. Бер ыңғайы һарыҡ бөйөрө лә ҡарап алдым. Ярай әле башым етеп рецепты аҙағынаса уҡығанмын был юлы. Әләйһәң, тағы ла күркә филеһы, виноград япраҡтары, сәтләүек боросо, ананас, диңгеҙ балығының башы һәм тартразин, асафетида, махлаб, ҡара трюфелле тоҙ артынан сығырға тура килер ине. Бараһын тейәп алып ҡайтып, өҫтәлгә өйөп һалып, оҙаҡ ҡына ҡарап торғандан һуң... ҡәйнәгә барып ҡына ҡайтырға кәрәк, тигән фекергә килдем. Уның һалмаһы тәмле була торған.
Әлиә ИСМӘҒИЛЕВА.