– Һиҙмәй ҡалдым. Килә торғандар булһа, ҡалаҡ төшкәнен көтөп тормаҫтар.
Йәш килен эйелеп ҡалағын алды ла, ҡәйнәһе ишетерлек итеп иҙәнгә уның менән һуҡҡыланы:
– Беҙгә килеп йөрөмә, өйөңдә генә ултыр!
– Етәр инде, иҙәндең буяуын ырғытаһың! Быйыл ғына буяным! Анһат тейһеңме йыл һайын туңҡайып, яландай өйҙөң иҙәнен еҫкәп йөрөүе!
– Биғәйбә. Килмәй берәү ҙә, ҡәйнәм, тыныслан!
Мәстүрә әбей бер асылған ауыҙын көслөк менән ҡымтыны ла, шкаф башында торған алдырын ынтылып алып, уға он иләй башланы. Шунан ҡулдарын йыуа һалып, баяғы, он өҫтөнә ике йомортҡа, ойотҡан, тоҙ ҡушып, ҡамыр баҫты.
Нәзилә ҡәйнәһенең эргәһендә йөрөһә лә, уға артыҡ иғтибар бирмәҫкә тырышты. Әммә килеп сыҡманы:
– Ҡамырға әҙерәк май өҫтә, ҡәйнәм, тиҙ ҡалҡыр. Табаға йәбешмәҫкә лә яҡшы булыр,– тип ысҡындырғанын һиҙмәй ҡалды.
– Йомортҡа тауыҡты өйрәтмәй! Үҙең бешергәндә, ни теләйһең, шуны өҫтәрһең. Ҡашаяҡтарҙы йыуып бөтһәң, бар, кит. Берәйһе килеп етмәҫ борон, бәлеш ҡуйырға кәрәк.
Нәзилә ҡәйнәһенә йылмайып бер ҡараны ла, түр яҡҡа сыҡты. Шул арала, килен күрмәгәндә тип, ҡарсыҡ алдырына йәшереп кенә май өҫтәп ебәрҙе.
Бер аҙ ваҡыт үтеүгә, өй түрен тәмле еҫ биләп алды. Быны һиҙгәндәй, тыш яҡтан ишек шаҡынылар.
– Эй, ҡоҙағый, маҡтап ҡына йөрөйһөң! Әнә, бәлешем үҙеңде көтөп ҡабарып сыҡты. Үт-үт.
Мәстүрә ҡарсыҡ, күрше ауылдан килеп еткән Шәүрә ҡоҙағыйын ихлас ҡаршыланы. Килене, улы менән күмәкләшеп гөрләшеп табын ҡороп ебәрҙеләр. Уңған бәлешкә хужабикә ҡыуанып бөтә алманы:
– Ҡоҙағыйым егәрле, яҡшы кеше булғас, бәлеше лә “бишлек” бөгөн! Үткәнендә, килен, хәтерләйһеңме, үрге ос Мәһәҙиә әбей килер көндө ҡоймағым көйгәйне? Мәһәҙиәнең ялҡаулығына ышандыҡ. Ә теге депутат Фәйрүзә һеңлем ингәндә һуң, икмәгең артаны. Ныу, уның артауында үҙең ғәйепле, мейес яғып, кеше йоҡлап ятмай инде! Ә мин әүәле бер бәлеш ҡуйып, күрше Зөлхиә әбейҙе сәйгә саҡырғанды күрһәге-е-еҙ! Тәүбә, мәйтәм, эшкинмәгән кеше арҡаһында саҡ янып китмәнем. Ҡамырыма май ҙа өҫтәгәйнем шул, килен, һин әйтмештәй. Бәлешем сей көйө ярылып сығып, мейескә аҡҡан да, яна башлаған...
Шәүрә әбей, ҡыҙын яҡлап, һүҙ өндәшмәне, әммә ҡоҙағыйының әкәмәттәренә йылмайып:
– Ҡулыңдан килмәгәнде бүтән кешегә һалыуың ни ғәләмәт? Уңдыра алһаң – һин, бешеп етмәһә, бүтәндәр ғәйепле булмай инде, ҡоҙағый, – тип ишетелер- ишетелмәҫ кенә ауыҙ эсенән әйтте. Һаҡ ҡолаҡ Мәстүрә ҡарсыҡ уны ишетһә лә, ишетмәмешкә һалышып, һүҙҙе икенсегә борҙо. Әммә әсәһе ҡайтып киткәс, Нәзиләгә, көн дә тыҡып торғанын һөйләне:
– Минең ҡәйнәм миндәй шәп кеше ине. Тормоштан алған серҙәрен йыбанмай миңә өйрәтте. Ә мин шуларҙы һиңә еткерергә тырышам: берәйһе килер булһа, ҡоймаҡ туҡы йәки бәлеш, икмәк һал. Яҡшы уйлы, егәрле әҙәм килһә, барыһы ла уңыр. Бына һинең әпсәңде мин яратмай торғайным, әммә ләкин бөгөнгө бәлешем арҡаһында уға ҡарашымды үҙгәрттем...
Тиҙҙән Нәзиләләр ҡалаға ҡайтты. Ял мәшәҡәттәренән арынып, рәхәтләнеп үҙ тормоштарына сумдылар. Ире һәр көн эш тип саба, ҡатыны, әсәй булырға йыйынғас, әлегә өй көтә. Шулай бер көн, иртәнге сәй ваҡытында, һиҙмәҫтән ҡалаҡ иҙәнгә төшөп китте. Нәзилә тертләп ҡуйҙы. Ире быға иғтибар бирмәй, икенсе таҙа ҡалаҡ ала һалды. Хужабикә һикереп торҙо ла, йәшен тиҙлегендә он иләп, уға йомортҡа, ойомос, тоҙ өҫтәп, йылы урынға ҡуйҙы. “Теге саҡ ҡәйнәмдең ҡамыры майһыҙ ҙа тәмле булғайны бит әле, “– тип май һалып торманы тыңлаусан килен. Бер аҙҙан эслеккә ит, бәрәнге турап, бәлеште мейескә ҡуйҙы.
Бер-ике сәғәт үтеүгә фатир тултырып тәмле еҫ таралды. Шул арала кемдер ишек ҡыңғырауына баҫты.
– Эй, ҡәйнәм! Хәбәрһеҙ-ниһеҙ генә килә ятасы!
– Хәбәрләмәһәм дә, көйгән еҫтәрең аңҡый әле! Ныҡ һыуһаным, сәйеңде ҡуя һал!
Нәзилә йүгереп аш бүлмәһенә инде. Ысынлап та, көйгән еҫ бар һымаҡ. Духовкаһын асыуға, бүлмәгә ҡара төтөн таралды. Бәлеш таба төбөнә көйөп, яна ла башлаған.
– Ҡамырыңа май өҫтәгәмәгәнһең, ахыры, ҡайһылай йәбешкән бит әле! – тип ҡәйнә кеше ишек төбөндә күҙәтеп торған була.
– Эй, һиндәй булайым тиһәм, килеп сыҡманы, ҡәйнәм.
Рәзилә ЫРЫҪҠУЖИНА.