Ниһайәт, ҡыш буйына уныһын-быныһын ҡырҡып йыя торғас, түңәрәк кенә сумма төйнәп һалып, Ҡара диңгеҙ ярына алып барып еткерә торған поезға инеп ултырҙы.
– Зуля, — тип танышты ул юлдаштары менән. Диңгеҙ һынлы диңгеҙгә китеп барған ҡатын Зөлхәбирә була алмай бит инде. Ул, ана, ауылда, һыйыр-тауыҡтары, күрше бисәләре, туған-тумасаһы өсөн Зөлхәбирә, ә бынауындай йәмғиәттә исемең дә оятҡа ҡалдырмаҫлыҡ булырға тейеш.
Ҡунаҡханаға килеп урынлашып, иң яҡшы күлдәген һәм иң ялтыр туфлийын кейеп ашханаға төшһә... бында ни барыһы ла ярым-яланғас икән. Ҡап ҡорһаҡлы ирҙәр ҙә, мискә кеүек ҡатындар ҙа папуастарҙан саҡ ҡына ирәберәк кейемдә. Аяҡтарында ла эрзинкә шипаталар ғына. Оялыу-тартыныу юҡ, кирәйеп баҫып торалар, шар ҙа шор һөйләшәләр. Ҡайһылары арттарына йәбешкән ҡомдарын да ҡаҡмайынса йөрөп ята...
Кисен тағы ла күркәмерәк күлдәген кейеп, ҡунаҡхананың кафеһына юлланды Зөлхә...әй, Зуля. Әллә ҡайҙағы район төпкөлөнән килгән тимәһендәр әле, тип, эргәләге матурлыҡ салонында сәсеп өйҙөрөп, битен һылатып сыҡты. Бер нисә баҙарлыҡ май-ҡаймағының хаҡын бирһә бирҙе, был эштә аҡсаһын ҡыҫманы. Шундай ҡиәфәт менән ял урынына барып инһә... халыҡ әпәт ярым-яланғас. Яланғас һәм башлыса ҡыҙмаса. Сай-сой ҡысҡырып бейегән, өҫтәл артында хырлап йоҡлап ултырған һәм хатта бала-сағалары менән йыйылған өҫтәлдә лә һыра һемергәндәр ҡайҙа...
Киләһе көндә ҡала һәм эргә-тирә күренештәрҙе байҡау өсөн экскурсияға яҙылып, автобусҡа ултырһа, бында йыйылыусы төркөм дә кейемһеҙ икән.
Артабанғы көндәрҙә походтарҙа ла, парктарҙа ла, күргәҙмәләрҙә лә, кинола ла, концертта ла, танцыларҙа ла һәм хатта төнгө урамдарҙа ла ял итеүселәр яланғас булып, Зуляға, тьфү, Зөлхәбирәгә был шәрәлеккә күнегергә тура килде. Хәҙер ул белде диңгеҙ ялының нисек булғанын. Әгәр киләһе йыл да, май-ҡороттан йыя алһа, бер яулыҡ та, бер купальник менән киләсәк. Ә ҡайнашып йөрөгән яланғас халыҡ өсөн һин Зөлхәбирә түгел әллә кем бул – берәүҙең берәүҙә эше юҡ.
Ғәбит МИҘӘТҒӘЛИН.