+4 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңы "Һәнәк"!
28 Июль 2022, 14:00

Йырҙың йыртығы юҡ

*** Яҡшы ине беҙгә ул саҡтарҙа Һин дә минән торған йыһанда,Бер ҡайғыһыҙ, бер вәғәҙәһеҙ генә -Былай ғына...

Йырҙың йыртығы юҡ
Йырҙың йыртығы юҡ

Былай ғына, кил һин яныма,
Былай ғына, килеп ҡосаҡла ғына.
"Яратам" тип әйт, былай ғына,
Былай ғына...
тип йырлайҙар әле. Йәғни, беҙҙең мөнәсәбәттәрҙә бер ниндәй ҙә яуаплылыҡ юҡ, ҡурҡма, барыһы ла “былай” ғына. Былай ғына ҡосаҡлашабыҙ, былай ғына яратышабыҙ, былай ғына. “Тегеләй” тип уйлай күрмә. Аллам һаҡлаһын!

***
Бер йырҙың ҡушымтаһы:
Торналар оса, торналар,
Бына мин дә ҡайттым өйгә.
Һин ҡыума мине, һин ҡыума,
Мин оҡшамаған изгегә...
Аңлашыла - шансон, куртуаз йыр жанрында башҡарыла һәм темаһы ла шуға ярашлы, әммә һуң башҡортса йырлап маташа ла инде. Ишеткәнемсә, эстәлеге ошолай: мин йүнле кеше түгел, тик һин мине йәшәргә индер. Ҡайҙан ҡайтҡандыр ул - төрмәнәнме, зимагурлыҡтанмы әллә икенсе ҡатынданмы - билгеһеҙ. Иң мөһиме һин уны алдама, ҡыума, ғәйеп эҙләмә, йылыт, ашат, эсер...

***
Алтын балыҡ, алтын балыҡ,
Ҡайһы һыуҙа йәшәйһең?
Ниңә бер ҙә күренмәйһең,
Мин бында,
тип әйтмәйһең,
тип йырлайҙар бөгөн. Алтын балыҡты сәпсим алйот тип уйлайҙар микән? Әлеге йырҙы яҙыусылар ҙа, минең кеүек тыңлап ауыҙ йырыусылар ҙа артыҡ аҡыллы түгелдер инде ул, әммә алтын балыҡты баһалап еткермәй бында "бөйөк ижадсылар".

***
Һөймәгәнгә һөйкәлмәнек,
Сит йәрҙәргә һикермәнек,
тигән юлдар был йырҙы ижад итеүсенең баһаһын бермә-бер күтәреп ебәрә! Атыу һуң! Ул һиңә ниндәйҙер әхлаҡһыҙ, йөрөмтәл әҙәм түгел. Ул берәүҙең дә йәренә һикермәй. Ә һикереүсене күҙ алдына килтерәһегеҙме? Үлән араһынан шыуышып ҡына аңдып килә лә, уңайлы ерҙә генә атылып сығып, кемдеңдер йәрен әрәм итә. Ҡурҡыныс хатта...

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА.

Йырҙың йыртығы юҡ
Йырҙың йыртығы юҡ
Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: