-1 °С
Ясна
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңы "Һәнәк"!
31 Июль 2022, 11:00

Таныйҙар

Нажиә ИГЕҘЙӘНОВА Хәмдиә, хикәйәһенә ҡарап, һаман уйланды, һаман икеләнде: «Редакцияға алып барырғамы-юҡмы? Оҡшатыр­ҙармы? Нимә әйтерҙәр, ниндәй һығымта яһарҙар  

Таныйҙар
Таныйҙар

«Тәүәкәлләгән – таш ярған» тиҙәр. Алып барайым!» Йәһәт кенә кейенеп, юлға сыҡты.
Редакцияның ҡабул итеү бүлмәһендә ултырған ҡыҙ уны йылмайып ҡаршыланы.
Хәмдиә сатирик хикәйә килтереүен әйтте.
– Шулай... – Баш мөхәррир ҡулындағы ҡағыҙҙарға күҙ йүгертеп. – Телефо­нығыҙҙы яҙығыҙ, уҡып сығыу менән фекеремде әйтермен.
Һәм бер-нисә көндән шылтыратты ла:
– Хәмдиә Хәмит ҡыҙы, һаумыһығыҙ! Хикәйәгеҙ баҫылған газетаны алдығыҙмы?
– Һаумыһығыҙ. Алдым. Ғаиләбеҙ менән уҡыныҡ та, шатлыҡтан шаңҡып ултырабыҙ.
– Уйлаштыҡ та, һеҙҙе эшкә саҡырабыҙ. Бер ханым декретҡа китә. Кеше урыны, тип кәйефегеҙҙе төшөрмәгеҙ, урындар булып тора: кемделер юғарыраҡҡа күтәрәләр, кемдер пенсиәгә сыға.
Һаубуллаштылар.
...Иртән ул юлға сыҡҡас, күп тә барманы, бер ҡатын ҡосаҡлап алды:
– Мең-мең рәхмәттәр яуһын, Хәмдиә һылыу! Хикәйәгеҙҙә минең бисура ҡәйнәмде шул тиклем дөрөҫ яҙғанһығыҙ: ҡиәфәте, холоҡ-ҡылыҡтары, аҡырған-баҡырғандары. Уҡыны ла күҙҙәре таҫырайҙы – үҙен таныны! Уңай булды, хи-хи-хи.
– Туҡтағыҙ әле, һеҙ кем? – Хәмдиә көтөлмәгәнлектән баҙағайны – Мине беләһегеҙме ни?
– Юҡсы. Хикәйәлә тасуирланған хаяһыҙ ҡарсыҡ ҡәйнәмдең күсер­мәһе... Шуға ла...
Хәмдиә, ҡатындан тиҙерәк ҡотолорға тырышып, аҙымдарын шәбәйтте.
Әммә күп тә барманы, арҡаһына дөпөлдәтеп һуҡтылар, әйләнеп ҡараһа, сирыш йөҙөн һаҡал баҫҡан ир-ат ишараты күҙҙәрен аҡайтып тормаһынмы...
– Миндә ниндәй үсең бар ине, ә?! Һинән аҡса һорағаным юҡ, шай. «Шул тиклем күп эсә, шул тиклем яман һүгенә, кейемдәре ҡарағыһыҙ бысраҡ» имеш... – Эскесе, суҡмарҙай йоҙроғон күрһәтте. – Мына шуның менән тондорһам, мало не покажется!
Бәхеткә Хәмдиәнең күршеләре килеп сыҡты. Иҫерек йәһәтерәк шылыу яғын ҡараны.
Ә яңы эш урынында уны ихлас ҡаршыланылар. Яңы хеҙмәткәр ултырған бүлмәне нурға ҡойондороп, тәҙрәнән көлөп ҡояш ҡараны.

Д. ЛАТЫПОВА һүрәте.

 

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: