-2 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңы "Һәнәк"!
1 Август 2022, 14:00

Ауыл мәҙәктәре

Буш бәлеш Был хәл 1947 йылда була. Ауылда йәшәүсе әсә кеше ит һәм картуфтан эслек эшләп бәле­шен мейескә бе­шерергә ултырта ла, йомош менән сы­ғып китә.

Ауыл мәҙәктәре
Ауыл мәҙәктәре

Урамда уйнап йөрөгән ту­ғыҙ йәштәр тирә­һендәге улы дуҫы менән асығып ҡайтып инә. Бигерәк тәмле, хуш еҫ бөркөп бешеп ултырған бәлеште табып, ҡапҡас яһап ҡырҡып ала малайҙар. Эсендәге телеңде йоторлоҡ ит менән картуфын ашап бөткәс, ҡапҡасын ябып, кире мейескә ултырталар ҙа, артабан уйнарға сығып китәләр.
Бәлеш менән сәй эсергә табын артына йыйылғас, әсәһе бәлеште теләйем тиһә, уның буш икәнлеге асыҡлана. Шулай ҙа, ҡамыры менән булһа ла, көлөшә-көлөшә сәй эсә улар.

Хайуан

Бер мәктәптә дәрес бара. Уҡытыусы уҡыусыларҙан һорай:
— Балалар, йә, әйтегеҙ әле, ниндәй йорт хайуандарын беләһегеҙ?
Шунан, бер малай тиҙ генә ҡул күтәрә лә тора һалып:
— Ҡартатайым, – тигән.
Уҡытыусы аптырап:
— Ҡартатай хайуан буламы ни? – ти.
Ә малай:
— Әйе, ҡәртәсәйем ҡартатайымды хайуан тип әйтә, – тип яуаплаған.

 Розалия ТЕҮӘЛБАЕВА яҙып ебәрҙе.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: