+14 °С
Облачно
Еңеүгә - 80 йыл
Яңы "Һәнәк"!
1 Августа 2022, 06:00

Тейен ҡапҡасы

– Иртәгә, малайҙар, ҡыҙҙар! – тип башланы Рәүзиә апай үҙенең телмәр-наказын, – тейен эшләйәсәкбеҙ! Шуның өсөн беҙгә кәрәк буласаҡ: буяу, бер табаҡ бит ҡағыҙ, ҡайсы, елем, бумала, юҡ ике бумала! Был барыһы ла бөтәгеҙҙә лә бармы?

Тейен ҡапҡасыТейен ҡапҡасы
Тейен ҡапҡасы

Икенсе бумала? Әлбиттә, кәрәк! Хәҙер һеҙгә нимә өйҙән апкилергә әйтәм! Ике буш шырпы ҡабы, кәтүк ебенең еп кәтүге, кер йыуыу пастаһы һауытының ҡапҡасы! Бөтәгеҙ ҙә ишеттеме?! Онотмаҫһығыҙмы?
“Кәтүк, шырпы, ҡапҡас..” тип хәтеребеҙҙә ҡабатлай-ҡабатлай беҙ өйҙәребеҙгә таралыштыҡ. Шырпы ҡабы менән ҡыйынлыҡ тыуманы, буш ҡумта һәр ваҡыт табыла. Бына буш ағас кәтүктәрҙең генә мөйөштәре кимерелгән булып сыҡты, әммә өләсәй был изге эшкә үҙенең епле кәтүген йәлләмәне.
Минең алда бөгөнгө көнгә иң һуңғы һәм ҡатмарлы мәсьәлә генә ҡалды. Нисектер кер пастаһының ҡапҡасын табырға. Әсәйҙең эштән ҡайтҡанын көтөр кәрәк. Бәлки тулыһын бушатып бирер.
Шул арал мин буласаҡ тейенде күҙ алдыма килтерәм. Кәтүкте ҡайһы еренә ҡуйырмын икән? Ә ҡапҡасты? Ҡойроғонамы? Башынамы? Бәлки ҡолаҡтарылыр, аяҡ-ҡулдары ла мөмкин. Тиҙерәк иртәгә етһен ине. Эх, бына тик эт йыҡҡыры ҡапҡас ҡына эсте бошора.
Әсәйем эштән ҡайтҡас, донъяның аҫтын өҫкә әйләндереп ҡапҡас эҙләнек. Келәтте, баҙҙы, аҙбарҙы, хатта ҡый түккән урынды ла барып һөҙөп ҡарап ҡайттым. Күрше-тирәгә лә индек. Ауылдың икенсе осонда йәшәгән өләсәйҙәргә лә йүгереп кенә барып килде әсәй, ләкин унда ла табылманы йәне сыҡҡыр ҡапҡас.
– Яңыһының ҡапҡасын ғына алып бирер инем, уныһы ла юҡ бит әле, ҡороғоро! Керҙе һуңғы ваҡытта порошок менән йыуам! – тип һыу аръяғындағы әхирәтенә лә барып килде - булманы. Ә эҙләү дауам итте, сөнки уҡытыусы ҡушҡанды үтәү – изге эш. Мин илап, әсәйем көйөп бөттөк. Тик эҙләгән – таба! Ҡараңғы төшкәндә инде, бәҙрәфкә сыҡҡанымда, әсәйем фонарь тотоп сарҙаҡтан төшөп килә ине.
– Бер нәмә таптым, бер ярты иллеләй ярығы ғына бар урта тирәһендә. Ярармы икән? – тип һораны ул ҡулындағы ҡапҡасты миңә һоноп.
– Ярар, әлбиттә – тинем мин ҡыуанып.
– Берәй морон-һоронона тейендең ҡуйыла микән был, – тип аптырап ҡуйҙы әсәй.
Иртәгә етте. Рәүзиә апай уҡыусыларҙан өйҙән килтерелгән әйберҙәрҙе йыйып алып өҫтәленә өйөп ҡуйҙы. Синыфташтар барыһы ла наказды теүәл үтәгән. Уҡытыусыбыҙ еп кәтүктәрен хеҙмәт уҡытыусыһынан арҡырыға бүлдереп килтергәс, ниһайәт беҙ тейен әүәләргә ултырҙыҡ. Тәүҙә буяуҙарыбыҙҙы сығарып, табаҡ битте һоро төҫкә буяп ташланыҡ. Рәүзиә апай һәр партаға берәр ҡапҡас һәм яртышар кәтүк теҙеп сыҡты.
– Ҡулыбыҙға ҡайсы алабыҙ ҙа, ошо ҡағыҙҙан тейенгә ҡолаҡ, морон, ҡойроҡ, аяҡ-һаяҡ киҫеп, шырпы ҡаптарына йәбештерә башлайбыҙ. Елемде бумала менән буяйбыҙ, парта бысрамаһын өсөн, кәрәкмәгән ваҡытта ошо кәтүк яртыһының тишегенә ҡаҙап ҡуясаҡбыҙ. Ә елемде бына ошо алып килгән ҡапҡастарға ҡоябыҙ, түгелмәһен өсөн...
Атаңдың ғына башы! Минең өҫтөмә оло бер сапсаҡ ҡапҡасы менән ҡайнар елем ҡойҙолармы ни. Тәнем буйлап тейендәр йүгерешә башланы. Күҙ алдымдан ниндәйҙер бер ғифриттай кәтүк тәгәрәп үтеп китте, танауыма кер пастаһының еҫе килеп бәрелде. Албырғауҙан елемемде һауыты менән түңкәреп ебәрҙем дә, буяулы кисточкам ҡулымдан ысҡынып эргәмдәге ҡыҙҙың аҡ алъяпҡысын буяп ебәрҙе. Кис буйына эҙләгән ҡапҡасым... Тейен ҡапҡасы булды был.

Раушан ҒӘЛИМОВ.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас