Көн һайын. Нишләйһең, 20 ноябрҙә һикһәнен билдәләргә йыйынған АҠШ етәксеһен аҡһаҡал тип түгел, аҡылын юғалтҡан бабай тип ҡабул итә күптәр. Уға балаларының, ейәндәренең ҡурсалауы аҫтында тыныс ҡына ял итергә ваҡыт та бит. Байден үҙ сығышында һүҙҙәрҙе генә түгел, илдәрҙе бутай, вице-президент Камала Харристы “ил башлығы” тип бер нисә тапҡыр ололаны, сығыш яһап торған ерҙән ҡайҙалыр олағып, йыйылған халыҡты аптыратҡыланы, Рәсәй Рәсәйгә һөжүм итте, тип журналистарҙы таң ҡалдырҙы.
Ил башлығы итеп иң лайыҡлы, бик аҡыллы кеше һайланырға тейеш кеүек. Иң аҡыллы кешеләре Байден булған илдән нәмә көтөргә икән?
Рәсәйҙә
“Йөҙ йылдан мине уятығыҙ ҙа Рәсәйҙә нимә эшләйҙәр тип һорағыҙ. Эсәләр һәм урлашалар тип әйтермен”. Был һүҙҙәрҙе классиктарҙың береһе әйткән тиҙәр. Яңыраҡ Рәсәйҙең элекке иҡтисади үҫеш министры Алексей Улюкаев иреккә сыҡты. Ул 2 миллион доллар ришүәт биреүҙә ғәйепләнеп, һигеҙ йылға хөкөм ителгәйне. Күрәһең, төрмәлә үҙен яҡшы йәһәттән күрһәткәндер, срогының яртыһын ғына ултырҙы. Әлбиттә, уға 130 миллион һум штраф та түләргә тура килде. Элекке министрҙар өсөн был сумма ла ҙур түгелдер, моғайын. Һәр хәлдә ауыл кешеһе кеүек бер һыйырға ҡарап көн итмәй бит ҙур чиновниктар. Уларҙың сосораҡтары өсөн һауын һыйыры – дәүләт бюджеты.
Сахалин губернаторы Александр Хорошавин иһә әлегә төрмә һурпаһын эсеүен дауам итә, ул 2018 йылда 13 йылға хөкөм ителгәйне. Шуныһы ҡыҙыҡ, уны ҡулға алғанда 1 миллиард һум аҡса, шул иҫәптән 36 миллион һумлыҡ авторучка табылған, тиҙәр. Ҡыҙыҡ, уны ҡулға алғас бер журналист, халыҡ аҡсаһын урлаған, тип яр һалған, ә икенсеһе, халыҡтың шул тиклем аҡсаһы ҡайҙан булһын, тип тегенең ауыҙын япҡан. Фамилияһы ла Хорошавин бит әле элекке губернаторҙың. Яҡшыбаев йәки Яҡшығоловтарҙы күп беләм, уларҙың береһе лә урлашып йөрөмәй, яҙған ручкалары ла 36 миллион һум тормай.
Әйткәндәй, Украинала газ өсөн яуаплы ике иң ҙур вазифаны заманында Продан һәм Дубина фамилиялы ике уҙаман биләгәйне.
Миңә ҡалһа, бындай сос егеттәр идара иткәндә, газ ҡайҙа булды, тип һорарға ла кәрәкмәй, былай ҙа аңлашыла.
Башҡортостанда
Ҡалалағы халыҡ июль айының эҫеһенән ҡасып диңгеҙгә юлланды, аҡсалары самалы булғандар баҡсаһына барып бил бөгә. Ә ауылда халыҡ үҫтерелгән игенде йыйып алыу, мал аҙығы әҙерләү менән мәшғүл. Уларҙың телендә тик – бесән.
Ауылдағы бажа менән һөйләшәм.
– Сочи ҡалаһын һыу баҫҡан, ишеттеңме, тим.
– Ул ғына бүстәк ул, бына беҙҙең сабынлыҡтарҙы күрше ауылдыҡылар үҙләштерә, монгол-татар яуылай килеп баҫалар, бына был – бәлә, - ти ҡайғылы ул тауыш менән.
– Донъяла аҙыҡ-түлеккә хаҡ арта бит әле, - тим һүҙҙе икенсегә борорға тырышып.
– Арта шул, – тип килешә бажа. – Бынау тракторсылар тамам шашты, бесәнде төргәкләп биргән өсөн ат башылай хаҡ һорайҙар, алып ҡайтам тиһәң, техникалы кеше Мәскәүҙе барып урарлыҡ аҡса алып ҡала.
Ҡыҫҡаһы, нәмә хаҡында һүҙ башлаһаң да әлеге шул бесән килеп ҡыҫыла. Бажаға ҡунаҡҡа барырға уйлағайным да, ҡуҙғалмай торам әле. Бесәнен әҙерләп бөтһөн, малдарын һимертһен. Һуғым мәлендәрәк барыу дөрөҫөрәк булыр, тим. Ул саҡта һөйләшер тема бөтөнләй икенсе буласаҡ бит.