– Аҡтымы әллә күктеме? – үҙе тиҙ арала шкафтан ике күлдәк тартып алып күтәрҙе. Мин күгенә төртөп күрһәттем.
– Ә ағы ниңә оҡшамай?
– Оҡшамай түгел... күге матурыраҡ.
– Ағын һин алып биргәйнең бит.
– Һмм... Күге...
– Ә был? – тегеләрен ҡапыл онотҡандай, бөтөнләй башҡаны күрһәтә.
– Йәшел? – нисек тә ҡыҙыҡһынғаныраҡ төҫ сығарарырға тырышам, юғиһә, бәлә көт.
– Был ни эшләп йәшел булһын? Хаки төҫө.
– Эйе-эйе. Был да килешә һиңә.
– Ҡайҙан беләһең? Минең был күлдәкте әле кейгәнем юҡ.
– Ә-ә...
– Был – нисек? – ашығып бер ҡара нәмәне кейә лә башланы.
– Нимә ул? – Эскүлдәк түгелме был? – аптырауымдан һорамай булдыра алмайым.
– Һин нимә? Күҙең ҡайҙа? Диңгеҙҙә ял иткәндә алған күлдәгем, матур ҙа матур, тигәйнең. Нимәлер тип аҡланып өлгөргәнсе, ҡатыным быныһын сисеп ташлап, юбкаға йәбеште:
–Бынау юбка хәтәр ҙә ул, тик уға блузкам юҡ. Йә, нимә әйтерһең? Күҙҙәремде селт-селт йома ғына алам:
– Блузканы ҡайҙан алайым хәҙер?
– При чем бында блузка?
– Өҫтөң яланғас буламы? Ҡатын ҡылтайырға уйлай:
– Эй, Алла! Һинән кәңәш һораған мин иҫәр. Ошоно кейәм улайһа! Мин аңламаған төҫтәге бер күлдәкте алып кейә башланы. Үҙе көҙгө аша һораулы ҡарашын ата. Мин баш ҡағып ҡына өлгөрәм. Уф... тапты. Еңел һулап та өлгөрмәйем, тағы түбәмә һуҡҡандай итә:
– Сәсемде нисек итәйем икән?
Тимер ҠАЗИЕВ.