

Өҫтәл артындағы олпат ҡунаҡ дәрәжәһен белеп кенә башын ҡаҡты ла алдындағы сәйен эсеүен белде.
Ярайһы уҡ кәйефләнеп алған өлкәндәр йәнә бала саҡ хәтирәләрен һүтте. Малай саҡтағы мажараларҙы, мәктәптә булған ҡыҙыҡ хәлдәрҙе иҫкә алып көлөштө.
– Ҡәйнешем яңыраҡ армиянан ҡайтты, тормошта үҙ юлын эҙләй генә әле, – тип аңлатты хужа дуҫына, эргәләрендә ҡәйнеше лә барлығын иҫенә төшөрөп..
– Тырышлыҡта эш башы, – тип ҡуйҙы өҫтәлдәге бәлешкә үрелгән хирург. – Уҡыһын, белем алһын, унан һәйбәт эше лә табылыр, беҙҙең һымаҡ шәп егеттәр рәтенә лә баҫыр.
– Әйтмә лә, – тип йөпләне уның һүҙен хужа. – Бына мин биш йыл буйы филология факультетында белем алдым. Ә хәҙер, маҡтанып әйтмәйем, республикала билдәле журналист. Бер көн министр менән, икенсе көн бай эшҡыуар менән осрашаһың, барыһы ла һине белә. Ай һайын 20-25 мең һум аҡса кеҫәңә шапылдап инеп ята, утыҙҙы ла эшләп була, тик уның өсөн бик ныҡ тырышырға, ял көндәрендә лә баш күтәрмәй ултырырға тура килә.
– Дәртең булһа, медицина юлын һайларға ла һуң түгел, – тип ҡуйҙы хирург, йәш егеткә һынамсыл ғына ҡараш ташлап. – Дөрөҫ, ете йыл самаһы уҡырға тура киләсәк, интернатура, ординатура үтеп тәжрибә туплағас, дауаханала эш башлайһың инде. Эш хаҡы баштараҡ әллә ни түгел, ун йыллап түҙһәң, юғары категорияға үтһәң, өҫтәп ставкалар алһаң, эш хаҡың 40-50 мең һумдан кәм булмаясаҡ. Дөрөҫ, төнгө дежур итеүҙәр, ял көндәрендә лә эшкә саҡырыуҙар, бөткөһөҙ отчеттар, ҡағыҙ эше елеккә үтә инде, тик һәр эштең үҙ ауырлығы тигәндәй.
– Ҡәйнеш, һин ҡапҡылап ултыр инде, асыҡҡанһыңдыр, – тине хужа өтәләнеп, – Асҡа ҡырҡылып йөрөмә, килгеләп тор, бер ҡәйнеште һыйларлыҡ ҡына рәтебеҙ бар, һөйләп ебәр әле, ҡайҙа йөрөйһөң, нишләп күренмәй башланың?
– Эшкә урынлаштым бит, еҙнә, тракторға ултырҙым, армия алдынан уҡығайным бит, – тине егет уңайһыҙланып ҡына.
Хужа кеше башын тотто, хирург тәү күргәндәй ҡулындағы бәлешенә төбәлде. Бер аҙ тын ғына ултырғас, Хәбир ағай көсәнеп йылмайҙы.
– Уҡырға кергәнсе бер-аҙ өҫ-баш бөтәйтәм, аяҡҡа баҫам, тиһеңдер, дөрөҫ уйлайһың, ә эшең нәмәнән ғибәрәт, кемгә бил бөгәһең һуң: дәүләткәме әллә эшҡыуарғамы?
– Ҡала эргәһендәге поселокта кем газ үткәрә, кем һыу тигәндәй, уларға экскаваторҙа ер ҡаҙам, “КаМАЗ”ға ултырып йөк тә ташыйым, хужаның техникаһы күп, эш етәрлек.
– Ана бит капиталист нишләтә – елек майын һура ҡәйнешемдең, түләйме һуң әҙерәк? – Хабир ағай егеткә йәлләп ҡарап ҡуйҙы ла хирург яғына боролдо. – Үҙебеҙ алай ҙа уҡығанбыҙ икән, ошо көнгә ҡалып йөрөр инек!
– Минең эшләй башлауға бер ай ғына булды бит әле, – егет танауын тартып ҡуйҙы. – Хужаның ихатаһындағы бәләкәй йортта йәшәйем, ашау бушлай, ун йыл миндә эшләһәң йорт һалырға ярҙам итәм, кәләш алһаң, туйыңдың сығымын үҙ өҫтөмә алам, тик эшлә генә, ти, шул бер айға йөҙ мең һум бирҙе, ҡыйбатлы заказдар күберәк булһа артығыраҡ та сығыр, ти.
Хирургтың бәлеше тамағына торҙо, буғай, ҡабымын йота алмай бер талай этләнде, сәйен уртлағас ҡына еңел тын алып ҡуйҙы. Йорт хужаһы ҡәйнешенә тәү күргәндәй төбәлеп оҙаҡ ҡарап торҙо ла дуҫына өндәште:
– Йәнә мәйгә күсәйекме? Был донъяны айныҡ баштан аңлауы бик ҡыйын.
Хирург өндәшмәне, башын ғына ҡаҡты.
М. МӨХӘМӘТОВ.