

– Ҡыяр алдараҡ өлгөрә, әрһеҙ үҫә, тимәк, беренсе уңышты билдәләүгә өҙөп тә була.
– Ҡыярҙы кеҫәгә һалып алһаң да була, ә помидор һытылып, буялып аптырата. Шуға мин дә ҡыярҙы һайлайым. Лектор:
– Ә инде эскелекһеҙ булһа? Баҡсасылар:
– Эскелекһеҙ булһа ул ҡыяр беҙгә нимәгә?
– Баҡса нимәгә?!
– Йәшелсә нимәгә?..
***
Фермерҙан интервью алалар икән:
– Быйыл уңыш шул тиклем бай: баҡсам емерелеп үҫте, игенде артығы менән алдым, картуф күп, һыйырҙар быҙауланы, һарыҡтар бәрәсләне, хатта ҡыҙым да бәпәйләп ҡуйҙы...
– Һеҙ бының өсөн кемгәлер рәхмәт әйтергә кәрәктер тип уйламайһығыҙмы?
– Хоҙай бабайғамы? Әлбиттә, рәхмәт әйтеп кенә торам.
– Юҡ, бындағы, яҡыныраҡ берәүгә.
– Мәҫәлән?..
– Мәҫәлән, ауыл хакимиәте башлығына?
– Вәт, эт! Мин шулдыр тип уйлағайным инде.
***
Ике оло йәштәге баҡсасы һөйләшә.
– Һин нисек итеп ейәндәреңде баҡса ҡаҙырға күндерәһең ул? Минекеләр тыңламай ҙа, баҡсаға йөрөмәй ҙә.
– Ә мин йыл да фатирға васыятымды яңыртам да, баҡсаға күмдем, тип әйтәм. Улар шуны эҙләй.
***
Баҡсасылар маҡтана икән:
– Мин быйыл шундай алмалар үҫтерҙем, бына, ултырғысҡа ҡуйһаң, ултырғыс емерелә.
– Ә минең алмалар... ысын әйтәм, өҫтәлгә һалғайным, урталайға һынып төштө!
– Э-эй... миндәге алмалармы? Бер алманы арбаға һалғайным...
– Арба емерелдеме?
– Ю-уҡ! Эсенән ҡорт килеп сығып, атымды йотто...
***
Ике баҡсасы:
– Быйыл биш сутый картуф ултыртҡайным, вис ҡорт ашап бөттө.
– Ҡалай йәл...
– Йәлен йәл, киләһе йыл һигеҙ сутый итәм әле.
– Ниңә инде?
– Ашап ҡоҫорлоҡ булһындар.